Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор

Аҡ яулыҡлы ағинәй

Аҡ яулыҡлы ағинәй Таулыҡай ауылының иң оло кешеләренең береһе Вәспиямал Исхаҡова ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшен ҡаршыланы. Олпат юбилейы уңайынан уны ауыл хакимиәте башлығы Ҡәйүм Уразбаев, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлгөнә Исхаҡова ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовтың Ҡотлау хатын тапшырҙы. Мәҡәлә тулыһынса сайтта:

В.С.Исхаҡова 1936 йылдың 1 майында Таулыҡай ауылында Гөлъяныш һәм Сафа Күсәрбаевтар ғаиләһендә уртансы бала булып донъяға килә. Алты баланың бишәүһе йәшләй генә мәрхүм була. Күп тә үтмәй Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Таулыҡай ауылынан да бик күп ир-егеттәр ил һағына баҫа. Улар араһында Сафа олатай ҙа була. Бөйөк Еңеүгә 81 йыл үтеп китһә лә, 5 йәштә генә атаһын һуғышҡа Баймаҡҡа тиклем оҙатып барған ҡыҙыҡай 1941 йылдың ҡәһәрле июнь айын мәңгелеккә хәтерендә һаҡлай. Хушлашҡан саҡта ул кескәй Вәспиямалды ҡосағына алып, «Ҡыҙым, әсәйең менән донъяны матур көтөгөҙ, мин тиҙҙән ҡайтырмын», - ти. Ләкин, үкенескә ҡаршы, атаһы шул китеүҙән әйләнеп ҡайтмай. 1942 йылдың декабрендә Гөлъяныш инәй иренең «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡара ҡағыҙын ала. Ҡайғы өҫтөнә ҡайғы өҫтәп, атаһы һуғышҡа киткәндә тыуып та өлгөрмәй ҡалған Зәйтүнә исемле һеңлеһе урындыҡтың таҡтаһы төшөп китеп, табаҡтағы эҫе ашҡа бешеп мәрхүм була.

Булған ауырлыҡтарға түҙеп, әсәле-ҡыҙлы матур итеп донъя көтөргә тырыша. 31 йәшендә генә тол ҡалған Гөлъяныш бүтәнсә тормошҡа сыҡмай, иренең ҡайтыуын ғүмер буйы өмөтләнеп көтә.

Һуғыш осоро быуына ла ҡатмаған Вәспиямалды ла иртә өлгөртә. Ул эштә лә, өйҙә лә әсәһенең берҙән-бер таянысына әйләнә. Ауылда һигеҙ йыллыҡ белем ала, артабан уҡыуын Беренсе Этҡол ауылында дауам итә. Әммә әсәһе ауырып китеү сәбәпле, уҡып бөтә алмай. Колхоз эшенә төптән егелгән әсәһенең уң ҡулы була. Икәүләп шүрек әҙерләйҙәр, норманы һәр саҡ арттырып үтәгәндәре өсөн берәр килограмм бойҙай алғандар.

Тормошта кешене намыҫлы хеҙмәте биҙәй. Был йәһәттән эшкә тилбер Вәспиямал тиҫтерҙәренән бер ҙә ҡалышмай, малайҙар менән  бесән тырматыуҙа йөрөй, аҙаҡ колхоз быҙауҙарын ҡарай, һауынсы булып та эшләй. Оҙаҡ йылдар ырҙын табағында иген ағыулауҙа йөрөй. Хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та эшһеҙ ултырырға теләмәй, колхоз хеҙмәтсәндәренә икмәк бешерә, уның араһында ауыл халҡынан һөт тә йыйып өлгөрә.

Мәҡәләм геройының шәхси тормошона килгәндә, тәүҙә ул ошо ауыл егете Әмир Әбделкәбир улына кейәүгә сыға. Улар икәүҙән-икәү генә 20 йыл бик татыу ғүмер итәләр. Тормош иптәше йәшләй генә мәрхүм булғас, япа-яңғыҙ тороп ҡалған йәш ҡатын береһенән-береһе ваҡ ете балаһын ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күскән Гөлнур Зөлҡәрнәй ҡыҙының иптәше Әхәт Ғәбиҙулла улына тормошҡа сыға. Улар иңгә-иң терәшеп, балаларҙы аяҡҡа баҫтыралар, һәр береһенә һөнәр алырға ярҙам итеп, туйҙар үткәреп, эйәле-башлы итәләр. 44 йәшендә ҡыҙы Вәсиләне табып, үҙе лә әсәй булыу бәхетенә ирешә Вәспиямал Сафа ҡыҙы.  Тормош иптәше Әхәт ағай Ленин исемендәге колхозда эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп наградаларға, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Тик бынан дүрт йыл элек ул мәңгелек йортҡа күсте.

Тормош һынауҙарына бирешмәгән, сабыр, күркәм холоҡло Вәспиямал апайҙы ауылдаштары ла ихтирам итә. Уның ҡотло, нурлы өйөнән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй, балалары, күрше-күләндәре килеп, хәлен белеп тора. Ул һәр береһен алсаҡ йөҙ менән ҡаршылай, фатихаларын биреп оҙатып ҡала.

Вәспиямал Сафа ҡыҙы бөгөнгө көндә балаларының, 19 ейән-ейәнсәрҙәренең, 33 бүлә-бүләсәрҙәренең ҡурсыуында бәхетле ғүмер кисерә. Ошонан да оло бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?!

Оло йәштә булһа ла ул тик ултырырға яратмай. Уңған хужабикәнең өйөндә гөл-сәскәләр, баҡсаһында емеш-еләк ишелеп уңа.

Һоҡланғыс ғүмер юлы үткән ил инәһе күптән инде дин юлында. Биш намаҙын ҡалдырмай уҡый, йыл һайын ураҙа тота, Ҡөрьән китабынан аят-сүрәләр уҡый.

Заман менән бергә атлай ауылыбыҙ ағинәйе. Күптән инде матур йолаға әйләнеп киткән «Изгелек подпискаһы»нда ла әүҙем ҡатнаша ул. Үҙенең яратып уҡыған «Һаҡмар» гәзитенә өҫтәп яҙылып, баҫманы ауылыбыҙҙың абруйлы дин әһеле Ҡәнзәфәр хажиға бүләк итте. Вәспиямал апайҙың был күркәм сифаты күптәргә өлгө булып тора.

Матур юбилейына йыйылған балаларына, туғандарына тик изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе ул. «Тормош көткәндә сабыр булығыҙ, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ, ундай кешеләрҙе Аллаһы Тәғәлә һөйә», - тигән кәңәштәрен дә бирҙе.

Ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған тыйнаҡлыҡты, әҙәплелекте, күндәмлекте үҙ булмышында йөрөткән аҡ яулыҡлы ағинәйгә сәләмәтлек, рух ныҡлығы, ҡыуаныслы көндәр теләйем.

Рәйсә Хәсәнова-Яҡупова,

Таулыҡай ауылы.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас