Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор

Ололарҙы ҡыуандырҙылар

Беренсе Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Илгиз Йәнбирҙин, ауыл активтары, мәҙәни ойоштороусы Гөлшат Ғәлина Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе ололарҙың өйҙәренә йөрөп, уларҙың хәлен белде, Еңеү байрамы менән ҡотланы...

Кисә Беренсе Этҡол ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Ғәлимнур улы Йәнбирҙин тәҡдиме менән ауылдың мәҙәни ойошторыусылары һәм активтары , Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе ололарыбыҙға байрам кәйефе булдырып, күстәнәстәр менән изге теләктәребеҙҙе еткерҙек. Йылы һүҙ-йән аҙығы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.Ололарыбыҙ бик шат булды,беҙгә рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Ә беҙ ошо күстәнәстәр әҙерләп биреүсе"Йәншишмә" магазины хужаһы Мурзина Әлфиә Исмәғил ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ. Һәр икебеҙ һау булып, донъялар тынысланып, имен йәшәргә яҙһын", - тине мәҙәни ойошторусы Гөлшат Ғәлина. 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас