Татлыбай ауылында йәшәүсе Рәйсә Абдулла ҡыҙы Йәнтүрина 85 йәшен ҡаршыланы. Инәйҙе олпат юбилейы менән район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, район Советы депутаты Венер Нәбиев, Татлыбай ауыл биләмәһе башлығы Руслан Иҙрисов, клуб мөдире Ләйсән Әхмәҙуллина тәбрикләне.
«Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙ - ауылдың өлгөлө ғаиләләренең, ихтирамлы кешеләренең береһе. Миңлеғәле олатай мәрхүм менән тырышып, матур донъя көттөгөҙ. Тәртипле, тәрбиәле балалар үҫтерҙегеҙ. Улар һеҙҙе хөрмәт итеп «әсәй» тип өҙөлөп кенә торалар. Һеҙ балаларығыҙҙың һәр береһе менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ», - тине үҙенең ҡотлау телмәрендә Руслан Әхтәм улы һәм юбилярға иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
Тәбрикләү сараһы тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында