Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
18 Февраль , 16:50

Тиҫтә йылдан һуң тапшырылған Рәхмәт хаты

- Мин ул саҡта бик бәләкәй инем, - тип хәтирәләргә бирелде Әлмира Ҡунаҡбаева. – Ағайым тураһында бер аҙ иҫтәлектәрҙе атайымдың һөйләүе буйынса ғына иҫләйем. Сабирйән Хәләф улында немец илбаҫарҙарын тар-мар итеү теләге көслө була. Шул сәбәпле, документына йәш өҫтәтеп, 1942 йылда фронтҡа китә. Танкист булып хеҙмәт итә. Курск бөгөлмәһе йүнәлешендә барған ҡаты һуғышта ҡатнаша. Тәүҙә 112-се Башҡорт кавалерияһы, һуңынан Дон казактары менән бер фронтта була. Тыуған ил азатлығы өсөн йәш өҫтәтеп алғы һыҙыҡҡа ташланған Сабирйән Юнысбаев кесе сержант званиеһында хеҙмәт итә. Бөйөк Еңеүҙе Берлин эргәһендәге бер ҡалала ҡаршылай. Ул тыуған яҡтарға Еңеү һалдаты булып әйләнеп ҡайта. Ләкин 1947 йылда алған ҡаты яраларынан һәләк була...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Тиҫтә йылдан һуң тапшырылған Рәхмәт хаты

- Ҡулыма был ҡәҙерле документты алып шундай тетрәндергес мәл кисерҙем, - тине Сибай ҡалаһынан Әлмира Ҡунаҡбаева. – Шунда уҡ күҙ алдымдан дәһшәтле һуғыш барышы, утлы-ғәрәсәт араһынан танк рычагтарын тартып, дошманға ташланған ағайым Сабирйән Юнысбаевтың һыны сағылып үтте. Күҙ йәштәремә ирек биргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шул ҡәҙәр тулҡынландырғыс булды.  

Ысынлап та, был бик тә мөһим документтарҙың береһе. Ул яҡташыбыҙ Сабирйән Хәләф улы Юнысбаевтың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығын иҫбатлай. Рәхмәт хатына Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре төркөмө баш командующийы, Советтар Союзы Маршалы Иван Степанович Коневтың ҡултамғаһы ҡуйылған. Ул ошо көнгә ҡәҙәр Семеновск ауылында йәшәүсе Зәйнәп һәм Фәйзулла Мансуровтарҙың ғаилә архивында һаҡланған. Әйтергә кәрәк, ғаилә башлығы Рәхмәт хатын рамға ҡуйып, ҡәҙерләп йорт стенаһына элеп ҡуйған булған. Шулай килеш оҙаҡ йылдар һаҡланған.

Ә шулай ҙа яугирҙең был Рәхмәт хаты уның туғандарына тапшырылыуына Семеновск ауылы биләмәһе башлығы Рәсүл Сәлимов сәбәпсе була. Ололарҙың хәлен белешеү ниәтендә ул өйҙән-өйгә йөрөп сыға. Шул ваҡытта күҙенә тап ошо Рәхмәт хаты салына. Уның ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнен аңлаған ауыл биләмәһе башлығы уның менән ҡыҙыҡһына һәм был хаттың уның туғандарында һаҡланыуы дөрөҫ булыр ине, тигән һығымтаға килә. Шул көндән башлап Сабирйән Юнысбаевтың яҡындарын эҙләү башлана. Уның өсөн бер нисә ай талап ителә. Һөҙөмтәлә Сибай ҡалаһында яугирҙең туғандары йәшәгәнлеге асыҡлана.

- Мин ул саҡта бик бәләкәй инем, - тип хәтирәләргә бирелде Әлмира Ҡунаҡбаева. – Ағайым тураһында бер аҙ иҫтәлектәрҙе атайымдың һөйләүе буйынса ғына иҫләйем. Сабирйән Хәләф улында немец илбаҫарҙарын тар-мар итеү теләге көслө була. Шул сәбәпле, документына йәш өҫтәтеп, 1942 йылда фронтҡа китә. Танкист булып хеҙмәт итә. Курск бөгөлмәһе йүнәлешендә барған ҡаты һуғышта ҡатнаша. Тәүҙә 112-се Башҡорт кавалерияһы, һуңынан Дон казактары менән бер фронтта була. Тыуған ил азатлығы өсөн йәш өҫтәтеп алғы һыҙыҡҡа ташланған Сабирйән Юнысбаев кесе сержант званиеһында хеҙмәт итә. Бөйөк Еңеүҙе Берлин эргәһендәге бер ҡалала ҡаршылай. Ул тыуған яҡтарға Еңеү һалдаты булып әйләнеп ҡайта. Ләкин 1947 йылда алған ҡаты яраларынан һәләк була.

Сабирйән ағайымдың бер әсә һәм бер атанан тыуған Вәзимә тигән һеңлеһе була. Ул 87 йәшендә мәрхүм булып ҡалды. Уның ете балаһы бар. Бөгөн дә беҙ Вәзимә апайымдың балалары менән матур аралашып йәшәйбеҙ. Сабирйән ағайым менән Вәзимә апайымдың әсәләре вафат булғас, атайҙары икенсе ҡатынға өйләнә. Тиҫтә йылдар аша ла булһа ағайыбыҙҙың ҡаһарманлығын раҫлаған мөһим документты ҡулыбыҙға алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Ошо Рәхмәт хатын ташламай, үҙҙәрендә һаҡлап тотҡан Зәйнәп еңгәйем менән Фәйзулла ағайым Мансуровтарға һәм Семеновск ауылы биләмәһе башлығы Рәсүл Сәлимовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Дөрөҫ, фәйзулла ағайым мәрхүм булып ҡалды инде. Шулай ҙа уның изгеле бер ҡасан да онотолмай.

Рәхмәт хатын тапшырыу тантаналы шарттарҙа бара. Ауылдың имам-хатибы Сабирйән Юнысбаевтың рухына аят бағышлай.

Тағы ла бер Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙең исеме һәм уның батырлығын раҫлаған мөһим документ туғандарына әйләнеп ҡайтты. Тыуған ил һәм тыныслыҡ өсөн йәнен-тәнен аямай һуғышҡан ата-олатайҙарҙың ҡаһарманлығы мәңгелек!

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото:       

 

 

Тиҫтә йылдан һуң тапшырылған Рәхмәт хаты
Тиҫтә йылдан һуң тапшырылған Рәхмәт хаты
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас