Икмәк - иң ҡәҙерле һәм туҡлыҡлы ризыҡ. Тәмле әпәкәй өҫтәлгә килеп ултырғансы ҙур тырышлыҡ һәм оҫталыҡ талап ителә. Буранбай ауылы мәҙәниәт йортонда матур сара үтте. Уны мәҙән ойоштороусы Гүзәл Әминева үткәрҙе.
"Ҡатын- ҡыҙҙың эше "тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ" тиҙәр. Ә шулай ҙа һәр кем үҙенең күңеленә хуш килгән шөғөлөнә ваҡыт таба. Ауылымдың оҫта ҡуллы ҡатын- ҡыҙҙарына һоҡланам. Кемдер тегә, сигә, ырғаҡ менән бәйләй, кемдер аш-һыуға оҫта. Әсәйҙәр байрамы алдынан Буранбай ауылында ҡомалаҡтан әсетке эшләүсе оҫтабикәләрҙе саҡырып сара үткәрҙек. Унда ҡатнашыусылар уңған ханымдар эшләгән әсеткене, бешергән икмәктәрен тәмләп, уларҙы һатып алып ҡыуанды. Буранбай ауылының иң оҫта әсетке эшләүселәре Зифа Ҡотосова, Зәкирә Әминева, Халиса Буранбаева, Гөлнур Раева, Гөлсирә Ҡотоева, Зөлфиә Алтынбаева, Фәннүрә Раева. Сарала һәр кем үҙенең әсетке эшләү рецебы менән бүлеште. "Уны эшләү еңелдән түгел, ваҡыт, сабырлыҡ кәрәк. Ҡомалаҡтың иң шифалы өлөшө сәскәһе, уны август, сентябрь айҙарында йыялар", - тине улар.
Икмәк бешереп алып килеүселәр кемдең әсеткеһенән яратып икмәк бешереүҙәре, ниндәй ысул менән икмәк яһауҙары хаҡында ентекләп һөйләп үтте. Һәр әсетке эшләү оҫтаһының үҙ һатып алыусыһы бар. Һеҙгә һаулыҡ, эшегеҙҙең уң булыуын теләйбеҙ. Эшләгән әсеткегеҙ һәр кемдең күңеленә хуш килһен, бешергән икмәктәр өҫтәлебеҙҙең йәме булһын!
Байрамда ҡатнашыусыларға , ошо кисәне үткәрергә ярҙам итеүсе "Гәүһәркәй" фольклор ансамбленә, музыкаль яҡтан биҙәүсе Илдар Балхинға, "Тамсылар" балалар ансамбленә, ҡатын - ҡыҙҙар Советы рәйесе Гөлдәр Рәжәп ҡыҙына, спонсорҙар Илгиз Азамат улына, Булат Әүхәҙи улына, Ришат Аллабирҙе улына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тине сара тураһында мәҙәни ойоштороусы Гүзәл Әминева.