-20 °С
Болотло
Зәйтүнә Кирам ҡыҙының, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡул эштәре менән мауығыуы һоҡландырҙы. Мин барғанда ла ул ойоҡбаш бәйләп ултыра ине. Уларҙы балалары, ейән-ейәнсәре өсөн генә түгел, ә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә тип тә бәйләй. «Һуғыш михнәттәрен балалар, киләсәк быуын күрмәһен, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын. Еңеү көнөн яҡынайтыуға үҙ өлөшөмдө индерергә теләп, 15 пар ойоҡбаш бәйләп тапшырҙым», - тине һуғыш осоро балаһы Зәйтүнә Кирам ҡыҙы.
Юбиляр тураһындағы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.