Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
10 Октябрь 2025, 09:11

Ҡаланың 5-се мәктәбе Республика көнөн ҡаршыланы!

Ҡалаһы 5-се мәктәбендә өҫтәмә белем биреү педагогтары Рәшиҙә Иҙелбаева, Эльвира Ғәйетбаева, Хәлил Биктимеров етәкселегендә шөғөлләнгән уҡыусылар тарафынан Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған байрам концерты үтте...

11 октябрҙә Башҡортостанда 35-се тапҡыр Республика көнө билдәләнә. Ҡаланың 5-се мәктәбендә өҫтәмә белем биреү педагогтары Иҙелбаева Рәшиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы, Ғәйетбаева Эльвира Ирмәк ҡыҙы һәм Биктимеров Хәлил Рәфил улы етәкселегендә шөғөлләнгән уҡыусылар тарафынан Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған байрам концерты үтте.
Сараның программаһы бай һәм йөкмәткеле булды. Сағыу кейемдәрҙә балаларҙың сығышы рух байлығына, илһөйәрлеккә, туған телебеҙ менән ғорурланыуға ауаздаш ине.
Билдәләп үтергә кәрәк, концерт Ҡурай көнөнә лә арналды.
Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар матур ял минуттары бүләк итергә өлгәшкән, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә балаларҙың таланттарын аса белгән педагогтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, эштәрендә уңыштар теләне. 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас