Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
11 Август 2025, 14:30

Ҡарбуз байрамы

Ғәҙелбайҙар Ҡарбуз байрамы үткәрҙе...

Ғәҙелбай ауылы клубында «Ҡарбуз - иң ҙур еләк» исемле сара үтте. Уны мәҙәни ойоштороусы Гөлшат Ғәлина үткәрҙе. Матур сарала урындағылар һәм йәйге каникулға ауылға ҡырҙан килеүсе балалар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр ҡатнашты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар был емештең ҡасан һәм ҡайҙа барлыҡҡа килеүе тураһында белемдәрен тикшерҙе, уны һүрәткә төшөрөү һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнашты. Аҙаҡтан тәмләп татлы емеш - ҡарбуздан ауыҙ иттеләр. Ҡыҙыҡлы сара һәр кемдең күңеленә хуш килде.

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас