Бөтә яңылыҡтар

Килен төшөрөү

Беренсе Төркмән ағинәйҙәре туйҙа киленгә "Һыу юлы" күрһәтеү йолаһын башҡарҙы...

"Башҡорт халҡында элек-электән туйҙарҙа "Һыу юлы" күрһәтеү йолаһы бар. Беҙҙең ауылда ла был матур йола һаҡланып килә. Уҙған аҙнала бәхетле пар - Айбулат һәм Регинаның туйҙары үтте. Килендең бикәстәре еңгәне һыуға алып барҙы,  ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы "Һыу юлы" йолаһын үткәрҙе. Йәштәр бәхетле булһын, ҡулға-ҡул тотоноп, бергә тиң-тигеҙ йәшәһендәр, тигән изге теләктәрен дә еткерҙе улар", - тип хәбәр итә урындағы китапханасы Гөлназ Рәсүлева. Амин, шулай булһын!

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас