Уҙған аҙнала халыҡ ижадында үткән Әсәләр көнө сараһында йәмәғәт эштәрендә әүҙемдәр, һөнәрҙәре буйынса төрлө өлкәлә уңышлы эшләүселәр, шул уҡ ваҡытта балаларына матур тәрбиә һәм белем биреүсе әсәләр тәбрикләнде. Уларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Улар араһында Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Миңзәлә Исмәғилова ла бар. Ул - 6 бала әсәһе. Өлкән улына 20 йәш, ғаиләле, ҡыҙы Айзилә Гай ҡалаһында медицина колледжында уҡып йөрөй, Заһир һәм Замир исемле игеҙәктәр Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының 1-се курсында иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә, Эмиль - 1-се мәктәптә 5се класта белем алһа, кескәйҙәре Иҙел «Миләш» балалар баҡсаһына йөрөй. Миңзәлә Рәис ҡыҙы 1-се мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр мәктәп коллективы араһында ла абруй ҡаҙанған. «Иң мөһиме - балаларым һау һәм бәхетле булһын. Уларҙы матур итеп аяҡҡа баҫтырырға яҙһын. Ер йөҙөндәге барлыҡ әсәләргә лә ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы теләйем. Бөгөн миңә Рәхмәт хаты тапшырыусы район хакимиәте етәкселегенә ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәм», - тине М.Исмәғилова.