Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн- ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө!

Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары Ауылдың уңғандары. Йөрәк эш тиеп яна Күңел тулы дәрт-дарман.

Бөгөн- ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө.Ул 2008 се йылдан алып билдәләнә.
Иртән таңдан тороп, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй эштәр артынан сабырға тотона бит ул, ауыл ҡатын-ҡыҙы. Күрер күҙгә күренмәгән ниндәй генә эштәр башҡармай ул. Һанап китһәң, осона ла сығырлыҡ түгел. Быларҙы тик фәҡәт ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ғына белә. Һыйыр һауыу, көтөү ҡыуыу, һөт айыртыу, бәпкә-себеш ашатыу, һыуға барыу, ашарға бешереү, кер-иҙән йыуыу, баҡса утау... Ҡара яҙҙан көҙгә тиклем һәр көн иртәнән кискә тиклем ошо эштәр ҡабатлана ла, ҡабатлана. Ләкин бирешмәй улар, кәртә тултырып малын да аҫырай, баҡсаһын да үҫтерә- барыһына ла өлгөрә!
 
Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары
Ауылдың уңғандары.
Йөрәк эш тиеп яна
Күңел тулы дәрт-дарман.
Ауылдарҙа йәшәүсе гүзәл заттарҙы был көн менән ҡотлап, һаулыҡ, рух ныҡлығы теләйбеҙ!
 
Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: