-2 °С
Ҡар
Коронавирус пандемияһы башланғас күп байрам саралары туҡтап ҡалғайны. Шул иҫәптән Республика Башлығының Шыршы байрамы ла.
Быйыл был мөғжизәле сара юғары кимәлдә ойошторолдо. Беҙҙең район-ҡаланан унда 17 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Улар - уҡыу алдынғылары, Рәсәй, төбәк олимпиадалары еңеүселәре.
Балалар мөғжизәле әкиәт ҡараны, иҫ киткес итеп биҙәлгән шыршы тирәләй бейене-йырланы. Ҡыш бабай һәр балаға матур уйынсыҡтар, тәмлекәстәр, китаптар әҙерләгән ине.
Балалар Шыршы байрамынан күңелдәре үҫеп, ҡанатланып ҡайтты. Тылсымлы донъяға барып эләгеү өсөн тырышып уҡырға, олимпиадаларҙа көс һынарға ғына кәрәк.
Матур байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!