Ике яугир әсәһе: өмөт, ҡайғы һәм гражданлыҡ бурысы Ниғәмәт ауылынан Дилә Мырҙағәлина — ике яугир әсәһе. Уның улдары Фаил һәм Мозафар Ватаныбыҙ мәнфәғәтендә махсус хәрби операцияла ил алдындағы изге бурысын үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был аяуһыҙ алышта улы Фаил батырҙарса һәләк булған. Ә бына Мозафар әлегәсә хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Ни тиклем ауыр булмаһын, әсә кеше көн дә улынан хәбәр көтә. Йөрәгенең иң түрендә уның бөгөн булмаһа, иртәгә килеп инеренә, ишек шаҡырырына ышана. Был өмөт уны йәшәтә, күңелендәге тәрән яраларҙы дауалай. Ошо нескә тойғоларға, мәңгелек ҡайғы менән бер рәттән, оло гражданлыҡ яуаплылығы ла йәшәй. Ил тормошонда барған мөһим сәйәси саранан яугир улдар үҫтергән әсә ситтә ҡала алмай. Үҙенең лайыҡлы гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн ул да участкаға килде. Сөнки илдең киләсәге өсөн тауыш биреү — ул балаларыбыҙҙың тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәүенә, улар хаҡына башҡарылған изге эштәрҙең дауам ителеүенә битараф булмау тигән һүҙ. — Бары тик тиҙерәк тыныслыҡ килһен һәм улдарыбыҙҙың Еңеү һалдаты булып ҡайтыуҙарын теләйем, — тине Дилә апай. Ошо бер нисә һүҙҙә барлыҡ әсәләрҙең йөрәк әрнеүе лә, ныҡлығы ла, Тыуған илгә сикһеҙ мөхәббәте лә һыйған. Тыныслыҡтың ниндәй хаҡ менән яуланыуын яҡшы белгән әсәнең был теләге — меңдәрсә кешенең уртаҡ доғаһы. Ул донъялағы иң ябай, әммә иң мөһим хыял: балаларының имен-аман әйләнеп ҡайтыуы. Бөгөн уның тауышы — бары тик шәхси ҡайғының ғына түгел, ә тотош илдең киләсәге өсөн яуаплылыҡтың сағылышы.