Һаҡмар
-3 °С
Облачно
Антитеррор
Һайлауҙар
18 Сентября , 11:25

"Йөрәк ҡушыуы" ирекмәндәре йөрәк ҡушыуы буйынса эш итә

Урғаҙа ауылының Галина Жиденко етәкселегендәге “Йөрәк ҡушыуы” ирекмәндәре бөтә коллектив менән һайлауға барҙы. Гражданлыҡ бурыстарын үтәгәндән һуң улар үҙ штабында маскировкалау селтәре үрҙе. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Урғаҙа ауылының Галина Жиденко етәкселегендәге “Йөрәк ҡушыуы” ирекмәндәре бөтә коллектив менән һайлауға барҙы. Гражданлыҡ бурыстарын үтәгәндән һуң улар үҙ штабында маскировкалау селтәре үрҙе.

- Илебеҙ өсөн бындай яуаплы, мөһим саранан ситтә ҡала алмайбыҙ. – тине Галина Владимировна. – Тыныслыҡ, именлек хаҡына көсөбөҙҙө йәлләмәйбеҙ. Берҙәм коллектив менән бөгөн дә йыйылып, яугирҙәргә ярҙам итеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙҙең эшләгәнде күреп, башҡалар ҙа ярҙам итеп китә. Әле көҙгө йәрминкәлә ҡатнашып, унан йыйылған аҡсаға маскировкалау селтәре үреү өсөн спанбонд материалдары һатып алыуға ҡарар иттек.

Илебеҙ именлеге хаҡына гражданлыҡ бурыстарын үтәгән ирекмәндәрҙең эше һоҡланыу тыуҙыра.   

"Йөрәк ҡушыуы" ирекмәндәре йөрәк ҡушыуы буйынса эш итә
"Йөрәк ҡушыуы" ирекмәндәре йөрәк ҡушыуы буйынса эш итә
Автор:Лилия Такаева