+5 °С
Ясно
Баймаҡ ҡалаһындағы 1001-се һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 8-ҙә үк эш башланы. Был ваҡытҡа үҙ гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәрҙән сират барлыҡҡа килгән ине. Бында 2559 кеше теркәлгән. Һайлау участкаһы рәйесе Салауат Алтынғужа улы беренсе булып һайлауға килеүселәргә һәм иң өлкән һайлаусыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. 73 йәш һайлаусы беренсе тапҡыр тауыш бирәсәк.
Һәр һайлаусыға “Рәхмәт2026.РФ” акцияһында ҡатнашыу өсөн купондар тапшырыла.