Бөгөн һайлау көнөндә мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө саралар ҡаралған. Ә бына ҡаланың 3-сө мәктәбенең 10-сы “а” класы уҡыусылары файҙа менән уҙғарырға ҡарар итте. Уҡытыусылары Лиза Урал ҡыҙы менән берлектә ҡаланың психологик үҙәгендә маскировкалау селтәре үреү өсөн таҫмаларҙы әйләндерҙе.
Әйткәндәй, улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең ҡыҙы Шәүрә лә уҡый. Уның әсәһе әүҙем ирекмән Гүзәл Мәжит ҡыҙы уҡыусыларға был тәңгәлдә оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, эште ойошторҙо.
Әлеге көндө ата-әсәләр кәңәшләшкәндән һуң, маскировкалау селтәре үреү өсөн аҡса туплап, кәрәкле материалдарҙы һатып алырға ҡарар итте. Әйткән эш – атҡан уҡ. Тәҡдимде шунда уҡ күтәреп алып, аҡса йыйнап, кәрәкле материалдарға заказ да бирҙеләр. Улар килеү менән уҡыусылар ата-әсәләре менән берлектә был изге эшкә тотонасаҡ.