Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
26 Сентябрь , 09:25

Йәш һайлаусылар өсөн конкурс

Баймаҡ районының территориаль һайлау комиссияһы “Һаҡмар” гәзите редакцияһы менән берлектә йәш һайлаусылар араһында Республика көнөнә ҡарата һәм һайлау темаһына бәйле викторина ойоштора. Конкурста Баймаҡ районы һәм ҡалаһында йәшәүсе 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала. Еңеүселәргә түбәндәге бүләктәр тапшырыла:  1-се урын - пауэрбанк, 2-се урын - флешка (32 гигобайт), 3-сө урын – флешка (8 гигобайт).

Йәш һайлаусылар өсөн конкурс
Йәш һайлаусылар өсөн конкурс

Йәш һайлаусылар өсөн конкурс

Баймаҡ районының территориаль һайлау комиссияһы “Һаҡмар” гәзите редакцияһы менән берлектә йәш һайлаусылар араһында Республика көнөнә ҡарата һәм һайлау темаһына бәйле викторина ойоштора. Конкурста Баймаҡ районы һәм ҡалаһында йәшәүсе 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала.

Еңеүселәргә түбәндәге бүләктәр тапшырыла:

 1-се урын - пауэрбанк,

2-се урын - флешка (32 гигобайт),

3-сө урын – флешка (8 гигобайт).

Бынан тыш, дәртләндереү приздары буласаҡ.

Яуаптарҙы 7 октябргә тиклем редакцияның электрон почтаһына [email protected] йәки ошо төркөмдә смс-хәбәр итеп ебәрегеҙ. Иң тәүҙә һәм дөрөҫ яуап биреүселәр еңеүсе тип табыласаҡ.

Яуаптар менән бергә фамилия, исем, атайығыҙҙың исеме, тыуған көнөгөҙ һәм йылығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ.

 

ҺОРАУҘАР

  1. Башҡортостан  гербы  авторы?
  2. Башҡортостан  гимны авторҙары?
  3. Өфө ҡалаһына ҡасан нигеҙ һалына?
  4. Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты?
  5. Башҡортостан Конституцияһы көнө?
  6. 1962-1986 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы рәйесе?
  7. Ниндәй тауҙы планетабыҙҙа берҙән-бер янар тау тиҙәр?Ер аҫтынан туҡтауһыҙ  йылылыҡ  сығарып  ятыусы  бындай  тау  башҡа  бер  ҡайҙа ла  юҡ. Башҡорттар был тау тураһында күптән белгән һәм дауаланған. 
  8. Башҡортостандың тәүге  халыҡ шағиры?
  9. Башҡортостанда халыҡ һаны буйынса икенсе урындағы ҡала?
  10. Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин кем булып эшләгән?
  11. Башҡорт ырыуҙарының генеологик яҙмаһы?
  12. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар нисә йылға һайлана?
  13. Кандидаттарҙан, халыҡ-ара ойошмаларҙан күҙәтеүселәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һайлау участкаларында ниндәй маҡсат менән була ала?

а) һайлау участкаларын тултырыу күренешен булдырыу;

б) һайлау комиссияһы ағзаларына һайлаусыларға тауыш биреү өсөн бюллетендәр таратырға ярҙам итеү;

в) тауыш биреүҙе, тауыштарҙы иҫәпләүҙе күҙәтеү.

  1. Гражданин тауыш биреү көнөндә һайлау участкаһында тыуыу тураһындағы таныҡлығын күрһәтһә, ул тауыш бирергә хоҡуҡлымы?
  2. Әгәр тауыш биреүсе насар күрһә, участка һайлау комиссияһы ағзаһы уға һайлау бюллетенен тултырырға ярҙам итә аламы?
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: