Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
22 Август , 12:10

“ИнформУИК” проекты старт алды

Һүрәттәрҙә: 995-се, 1016-сы, 1020-се һайлау участкаларындағы эш барышы

“ИнформУИК” проекты старт алды
“ИнформУИК” проекты старт алды

19 августан “ИнформУИК” проекты сиктәрендә һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт еткереү өсөн участка һайлау комиссиялары ағзалары йорттарға йөрөй башланы. Улар һайлау участкаһының адресын хәбәр итә, ҡасан һәм ҡайҙа тауыш биреү мөмкинлеге тураһында һөйләй, һайлау көндәрендә теркәлмәгән урындарында була алмаған кешеләргә ғариза яҙып, икенсе һайлау участкаһында тауыш биреү мөмкинселеген аңлата, һаулыҡ торошо йәки башҡа сәбәптәр буйынса участкаға килә алмаған һәм өйҙә тауыш бирергә уйлаған һайлаусыларҙың исемлеген төҙөй.

Участка һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусыларға үҙ аллы танышыу өсөн баҫма мәғлүмәт ҡалдыра. Уларҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар тураһында тулы мәғлүмәт бар. “ИнформУИК” проекты республикала 18-28 августа үтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда тауыш биреү көндәре – 2024 йылдың 6, 7 һәм 8 сентябре. Баймаҡ районы халҡы Башҡортостан Башлығын һайлау менән бер рәттән ҡала һәм район Советтарына депутаттар һайлаясаҡ.

Һүрәттәрҙә: 995-се, 1016-сы, 1020-се һайлау участкаларындағы эш барышы.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: