Бөгөн Баймаҡта халыҡ ижады үҙәгендә 6, 7, 8 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарға әҙерлек сиктәрендә кәңәшмә үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Шәрәфетдин Моталлапов, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, участка һайлау комиссиялары рәйестәре һәм секретарҙары ҡатнашты.
Кәңәшмәне Фәнис Ғәбдрәшит улы асты һәм мөһим сәйәси сараға әҙерлек барышы тураһында һөйләне. Артабан Шәрәфетдин Шәрифулла улы календарь план, һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт еткереү, комиссия ағзаларына тест үтеү һ.б. тураһында ентекле мәғлүмәт еткерҙе.
Сара һуңында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар юлдар, күперҙәр торошо, участка һайлау комиссияларының электр, телефон бәйләнеше менән тәьмин ителеүе һ.б. тураһында һорауҙар бирҙе. Уларҙың барыһына ла район хакимиәте башлығы аныҡ һәм ентекле яуап бирҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 19-28 августа Башҡортостанда һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт еткереү өсөн участка һайлау комиссиялары ағзалары һайлаусыларҙың йорттарына йөрөй. Уларҙың маҡсаттары:
- һайлау участкаһының адресын хәбәр итеү,
- ҡасан һәм ҡайҙа тауыш биреү мөмкинлеге тураһында һөйләү,
- һаулыҡ торошо йәки башҡа сәбәптәр буйынса участкаға килә алмаған һайлаусыларға ярҙам итеү.
Участка һайлау комиссияһы ағзаһының үҙе менән танытмаһы һәм полиграфия продукцияһы буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда тауыш биреү көндәре – 2024 йылдың 6, 7 һәм 8 сентябре.
Баймаҡ районы халҡы Башҡортостан Башлығын һайлау менән бер рәттән ҡала һәм район Советтарына депутаттар һайлаясаҡ.