7-10 августа Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһында булды. Ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән осрашты. Осрашыу барышында федераль һәм республика һайлау ҡануниәтен үҫтереү, 6-8 сентябрҙә үтәсәк Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Башҡортостан Республикаһы территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре кәңәшмәһендә лә ҡатнашты.
Артабан Евгений Шевченко Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Михаил Закомалдин һәм Рәсәй федераль язаға тарттырыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы вәкилдәре ҡатнашлығында Республиканың дүрт территориаль һайлау комиссияһы рәйесе менән махсуслаштырылған һайлау участкаларында тауыш биреүҙе ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә шикләнеүселәрҙе һәм ғәйепләнеүселәрҙе һаҡ аҫтында тотоу урындарында, өйҙәге арест аҫтында булған һәм билдәле бер ғәмәлдәрҙе башҡарыуға сикләүҙәре булғандар өсөн тауыш биреүҙе ойоштороу, шулай уҡ тейешле участка комиссияларында эште һөҙөмтәле ойоштороу өсөн ведомство-ара эшмәкәрлек тәртибе ҡаралды.