Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Унда һигеҙ мәсьәлә ҡаралды.
Комиссия сентябрҙә үтәсәк Башҡортостан Республикаһы Башлығы һайлауында тауыш биреү өсөн һайлау бюллетендәренең иҫәбе, уны баҫтырыуға заказ биреү һәм республика буйынса бүлеү тураһындағы ҡарар ҡабул итте. Шулай уҡ бюллетендәрҙең текстарын башҡорт һәм татар телдәрендә раҫланы. Үҙәк һайлау комиссияһы республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү һәм тауыштарҙы иҫәпләү өсөн һайлаусыларҙың ваҡытлыса булған урындарында ойошторолған һайлау участкаларын нумерациялау һ.б. тураһындағы ҡарарҙы ҡабул итте.
Шулай уҡ һайлауҙарҙа һайлау бюллетендәрен комплекслы эшкәртеү (КОИБ) ҡулланыласаҡ һайлау участкалары исемлеген билдәләү мәсьәләһе ҡаралды. Әйткәндәй, Баймаҡ ҡалаһының 4 һайлау участкаһында бюллетендәрҙе иҫәпләгәндә КОИБ ҡулланыласаҡ. Атап әйткәндә, ҡоролмалар 995-се (3-сө мәктәп), 996-сы (Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы), 997-се (4-се лицей), 999-сы (Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы) һайлау участкаларына ҡуйылған.