Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Азат Ғәлимханов белдереүенсә, Мәскәүҙә өҫтәмә һайлау участкаһы асыу планлаштырыла.
Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәүселәр РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге базаһында тауыш биреп, Башҡортостан Башлығын һайлай аласаҡ. Шулай уҡ һайлау үткән көндәрҙә теркәлеү урынында булмаған кешеләр «мобиль һайлаусы» механизмына инә аласаҡ.
– 2 сентябргә тиклем – территориаль һайлау комиссияларында йәки күп функциялы үҙәктәрҙә, 28 августан 2 сентябргә тиклем – участка һайлау комиссияларында һәм Мәскәү ваҡыты буйынса 3 сентябргә төн уртаһына тиклем «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы ярҙамында уңайлы һайлау участкаһын һайлай алаһығыҙ. Урындағы үҙидара органдарына – ауыл һәм ҡала Советтарына, муниципаль район һәм ҡала округтары Советтарына һайлауҙарҙа «мобиль һайлаусы» механизмы ҡулланылмай. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу элемтәһе: 8-800 347 54 54. Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайты: bashkortostan.izbirkom.ru», — тип аңлатма бирҙе Азат Ғәлимханов.