Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
25 Июль , 16:15

Йәрәбә үткәрелде

Кисә Баймаҡ районының территориаль һайлау комиссияһы һайлау алды агитация материалдарын баҫтырыу өсөн бушлай баҫма майҙанды бүлеү буйынса йәрәбә үткәрҙе.

Йәрәбә үткәрелде
Йәрәбә үткәрелде

Баймаҡ районының территориаль һайлау комиссияһы “Баймакский вестник” һәм “Һаҡмар” гәзиттәре вәкилдәре менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың һайлау алды агитация материалдарын баҫтырыу өсөн бушлай баҫма майҙанды бүлеү буйынса йәрәбә үткәрҙе. “Һаҡмар” гәзитендә һайлау алды агитация материалдарын баҫтырыу өсөн бушлай баҫма майҙан, Баймаҡ районының территориаль һайлау комиссияһы протоколына ярашлы, түбәндәгесә билдәләнде:

Хәбиров Радий Фәрит улы – 4 сентябрь, №36 (4-се бит),

Сухарев Иван Константинович – 14 август, №33 (5-се бит),

Нагорный  Владимир Александрович – 28 август, №35 (4-се бит),

Шайнуров Артур Альберт улы – 21 август, №34 (4-се бит),

Тимерйәнов Илшат Марат улы – 14 август, №33 (4-се бит).

“Һаҡмар” гәзитендә һайлау алды агитация материалдарын баҫтырыу өсөн түләүле баҫма майҙан бүлеүгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидаттарҙан һәм уларҙың вәкилдәренән заявка булманы, йәрәбәлә улар ҡатнашманы. Шуға күрә, һайлау тураһындағы ҡануниәткә ярашлы, баҫма майҙандарҙы редакция үҙ ҡарамағы буйынса файҙалана. Һайлау алды агитация материалдарының тексы 14-се үлсәм менән йыйылырға, юлдар араһындағы интервал 1,5 булырға тейеш. Материалдарҙы баҫыласаҡ датаһынан 5 көн алда редакцияға тапшырырға. Белешмәләр өсөн телефондар: 8(34751) 3-13-26, 2-23-80.

“Һаҡмар” гәзите редакцияһы.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: