Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
24 Июль , 14:15

Һайлау көндәрендә акциялар ойошторола

6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостандың һәр районында һәм ҡалаһында «Рәхмәт артынан — бөтә ғаилә менән» дәртләндереү акцияһы ойошторола, уларҙа яҡшы бүләктәр уйнатыласаҡ. Шулай уҡ һайлау участкаһына килгән һәр кемдең урындағы партнерҙарҙан сауҙа ташламаларына хоҡуҡ биргән беләҙектәрҙе алыу мөмкинлеге бар.

Һайлау көндәрендә акциялар ойошторола
Һайлау көндәрендә акциялар ойошторола

Хәбәр итеүебеҙсә, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлау үтәсәк. Ошо көндәрҙең һәр береһендә иртәнге сәғәт 8-ҙә республиканың 2 978 221 һайлаусыһы өсөн 3300-ҙән ашыу һайлау участкаһы үҙ ишектәрен аса. Өфө районында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау ҙа ойошторола. Шулай уҡ республикала бөтә муниципаль райондар, 7 ҡала округы һәм 52 ҡала һәм ауыл биләмәһе Советтарының яңы составына депутаттар һайланасаҡ, урындағы Советтарға өҫтәмә һайлауҙар үткәреләсәк.

10 партия, шул иҫәптән парламент партияһы, һайлауҙарҙың бөтә кимәлдәрендә лә үҙ кандидаттарын тәҡдим итә. Һайлау комиссиялары партияларҙан һәм үҙ-үҙен күрһәтеүселәрҙән кандидаттарҙы теркәүҙе тамамланы. 6, 7 һәм 8 сентябрҙә һәр участкала Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан 13113 күҙәтеүсе һайлау процесының асыҡлығын күҙәтәсәк.

6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостандың һәр районында һәм ҡалаһында «Рәхмәт артынан — бөтә ғаилә менән» дәртләндереү акцияһы ойошторола, уларҙа яҡшы бүләктәр уйнатыласаҡ. Шулай уҡ һайлау участкаһына килгән һәр кемдең урындағы партнерҙарҙан сауҙа ташламаларына хоҡуҡ биргән беләҙектәрҙе алыу мөмкинлеге бар.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: