Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
23 Июль , 15:15

Район һәм ҡала Советтарына ла депутаттар һайлаясаҡбыҙ

Сентябрҙә Баймаҡ районы халҡы республика Башлығын һайлау менән бер рәттән муниципаль район Советына һәм ҡала Советына ла депутаттар һайлаясаҡ. Шулай уҡ 1-се Этҡол ауыл Советына өҫтәмә депутаттар һайлау ҙа үтәсәк.

Район һәм ҡала Советтарына ла депутаттар һайлаясаҡбыҙ
Район һәм ҡала Советтарына ла депутаттар һайлаясаҡбыҙ

Сентябрҙә Баймаҡ районы халҡы республика Башлығын һайлау менән бер рәттән муниципаль район Советына һәм ҡала Советына ла депутаттар һайлаясаҡ. Шулай уҡ 1-се Этҡол ауыл Советына өҫтәмә депутаттар һайлау ҙа үтәсәк. Территориаль һайлау комиссияһы урындағы  үҙидараның вәкиллекле органдарына  депутатлыҡҡа кандидаттарҙың документтарын ҡабул итеп, уларҙы теркәүҙе тамамланы.

20 июндән алып комиссия 72 кандидаттың документтарын ҡабул итте. Шуларҙың 35-е -  «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһынан; 4-һе -  "ЛДПР" - Рәсәй Либераль-демократик сәйәси партияһынан; 9-ы - «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы»нан; 2-һе - «ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ - ПАТРИОТТАР - ХӘҠИҠӘТ ӨСӨН» социалистик сәйәси партияһынан; 1-һе - «ЯҢЫ КЕШЕЛӘР» сәйәси партияһынан; 1-һе – Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһынан (КПРФ). Шулай уҡ комиссия үҙ-үҙен күрһәткән 20 кандидаттан документтар ҡабул итте.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: