Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
22 Июль , 17:45

Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ваҡытлыса йәшәгән урын буйынса ла тауыш биреп буласаҡ

Бының өсөн “Мобиль һайлаусы” механизмын ҡулланырға кәрәк. Уны өс юл менән башҡарырға мөмкин

Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ваҡытлыса йәшәгән урын буйынса ла тауыш биреп буласаҡ
Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ваҡытлыса йәшәгән урын буйынса ла тауыш биреп буласаҡ

Республика халҡы сентябрҙә үтәсәк Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ваҡытлыса йәшәгән урыны буйынса ла тауыш бирә аласаҡ. Бындай мөмкинлек менән 2024 йылдың 6, 7 йәки 8 сентябрендә теркәлгән урыны буйынса булмаған, әммә ошо көндәрҙә республикала булған граждандар файҙалана ала: командировкала булғандар, икенсе ҡалала уҡығандар, дауаханаға ятырға ниәтләгәндәр, отпускыға киткәндәр, теркәлеү урыны буйынса йәшәмәгәндәр, тауыш биреү бинаһы аҙ хәрәкәт иткән һайлаусылар өсөн ҡулайлаштырылған икенсе һайлау участкаһында тауыш бирергә теләгәндәр.

Бының өсөн ваҡытлыса буласаҡ урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза бирергә кәрәк. Уны өс юл менән башҡарырға мөмкин:

  • 2024 йылдың 22 июленән 2 сентябренә тиклем – Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге һәр территориаль һайлау комиссияһына йәки Күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәгенә шәхсән мөрәжәғәт итергә;
  • 2024 йылдың 28 авгусынан 2 сентябренә тиклем – республиканың һәр участка һайлау комиссияһына – шәхсән;
  • 2024 йылдың 22 июленән 2 сентябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса 24:00 сәғәткә тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон рәүештә.

Территориаль һайлау комиссияһына, күп функциялы үҙәккә, участка һайлау комиссияһына ғариза биргәндә үҙегеҙ менән паспортығыҙ булыуы мотлаҡ (паспортты алмаштырыу осоронда – фотоһүрәте булған ваҡытлыса шәхес танытмаһы).

Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына – ауыл һәм ҡасаба Советтарына, муниципаль райондар һәм ҡала округтары Советтарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы ҡулланылмай.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: