Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
17 Март , 17:46

1-се класс уҡыусыһы робосаң һурҙырғыс отҡан!

Баймаҡ кешеһе «Рәхмәт2024» акцияһында ҡатнашып, робосаң һурҙырғыс отҡан. Ул ҡаланың 3-сө мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Илмир Ҡәйепҡолов. Бүләкте малайҙың апаһы Рина барып алды.  Афарин, Ҡәйепҡоловтарға! 

1-се класс уҡыусыһы робосаң һурҙырғыс отҡан!
1-се класс уҡыусыһы робосаң һурҙырғыс отҡан!

Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә 1-се класында уҡыған Илмир Ҡәйепҡолов бик даланлы малай, ахыры. Ғүмерендә тәүге тапҡыр һайлауға бара. 

Коридорҙа торған ирекмәндәр уға «бәхетле» ҡағыҙ тоттора. Теркәлеү үткәндән ул хатта был турала бер аҙ онотоп та тора. 

Бына бит, бәхетле осраҡ: малайға робосаң һурҙырғыс ота. 

«Рәхмәт-2024» акцияһын ойоштороусылары ошо сәғәттәрҙә малайҙың апаһы Ринаға бүләкте тапшырып та ҡуйҙылар. 

Әйткәндәй, малайҙың апаһы Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты. Әсәһе Зәлиә ҡаланың 1-се мәктәбенең социаль педагогы. Атаһы Рәмил Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында медтехник булып эшләй. 

Афарин, Ҡәйепҡоловтарға! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: