Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
15 Март , 08:24

Гимн менән һайлауҙы башланылар

Ҡаланың 5-се мәктәбе бинаһында урынлашҡан һайлау участкаларында эште башлар алдынан гимн яңғыраттылар.    Ә был ваҡытҡа һайлаусылар бихисап йыйылып та өлгөрҙө.    «Тәүге өс һайлаусыға, шулай уҡ иң олоһона һәм барлыҡ тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡандарға бүләктәр һайлап ҡуйғанбыҙ. Быйыл тәүге һайлаусы статусын Юнусова Альмира 

Гимн менән һайлауҙы башланылар
Гимн менән һайлауҙы башланылар

Ҡаланың 5-се мәктәбе бинаһында урынлашҡан һайлау участкаларында эште башлар алдынан гимн яңғыраттылар. 

Ә был ваҡытҡа һайлаусылар бихисап йыйылып та өлгөрҙө. 

«Тәүге өс һайлаусыға, шулай уҡ иң олоһона һәм барлыҡ тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡандарға бүләктәр һайлап ҡуйғанбыҙ. Быйыл тәүге һайлаусы статусын Юнусова Альмира менән Рыскулов Флүр алды», – тип һөйләне һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Арыҫланова. 

Ошонда уҡ ирекмәндәр ғаилә менән килгән һайлаусыларға «Рахмат 2024» акцияһына ярашлы куаркодтарҙы таратып торҙо. 

Әйткәндәй, был һайлауға мин дә өс балам менән бергә килдем. Улым Арыҫлан һәм Искәндәр, ҡыҙым Баныу һайлау участкаһы урынлашҡан мәктәптә уҡып йөрөһә лә, бындай сара тәүгеһе булды. "Рәхмәт2024" акцияһында ҡатнашып, махсус билеттар лаып ҡайттылар. 

#Башкортостанвыбирай
#выборыПрезидентаРФ2024
#02ВыборыПрезидентаРФ2024
#всейсемьей
#всейсемьей02
#алгавсейсемьей
#алгавсейсемьейБаймакскийрайон
#башвыбор2024
#Рахмат2024

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: