Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
12 Февраль , 12:10

Ил Президентын һайлайбыҙ

15-17 мартта Рәсәйҙә ил Президентын һайлау үтәсәк. Быйыл ул тәүгә тапҡыр өс көн дауамында барасаҡ. Участка һайлау комиссияларында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин.

Ил Президентын һайлайбыҙ
Ил Президентын һайлайбыҙ

15-17 мартта Рәсәйҙә ил Президентын һайлау үтәсәк. Быйыл ул тәүгә тапҡыр өс көн дауамында барасаҡ. Участка һайлау комиссияларында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин.

Тағы бер яңылыҡ - «ИнформУИК» проекты. Ул һайлаусылар менән шәхсән аралашып, уларға мәғлүмәт еткереүҙе күҙ уңында тота. Бының өсөн махсус курс үткән участка һайлау комиссияһы ағзалары (обходчик) 17 февралдән 7 мартҡа тиклем йорттарға, фатирҙарға йөрөп сығасаҡ. Улар халыҡҡа Президент һайлауының ваҡыты, нисек һәм ҡайҙа тауыш биреү, өйҙә тауыш биреү өсөн нимә эшләргә кәрәклеге һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт еткерә. Обходчиктарҙы махсус атрибуттары  - күкрәккә тағылған билдә, жилет һәм сумкаһы буйынса танырға мөмкин. Тауыш биреүсе уларҙан участка һайлау комиссияһы танытмаһын күрһәтеүен һорай ала.

Теркәлгән урыны буйынса 15-17 мартта һайлау участкаһында тауыш бирә алмағандар, Баймаҡ территориаль һайлау комиссияһына (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 36) килеп, ҡайҙа гражданлыҡ бурысын үтәүе тураһында ғариза яҙа ала. Үҙегеҙ менән паспортығыҙ булыуы мотлаҡ. Шулай уҡ бындай ғаризаны Күп функциялы үҙәктә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла яҙырға мөмкин.

Әйткәндәй, һайлау бюллетенендә 4 кандидаттың исем-фамилияһы буласаҡ. 8 февралдә Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Президентлыҡҡа кандидаттарҙың исемлеген раҫланы:

1.Даванков Владислав Андреевич («Новые люди» партияһы),
2. Путин Владимир Владимирович (үҙ-үҙен күрһәткән),
3. Слуцкий Леонид Эдуардович (ЛДПР),
4. Харитонов Николай Михайлович (КПРФ).

Ил Президенты 6 йылға һайлана. Шулай итеп, һайланған ил Башлығы 2030 йылға тиклем эшләйәсәк.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: