Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
10 Сентябрь 2023, 09:35

Башҡортостанда 3723 һайлау участкаһы асылды

Башҡортостанда иртәнге сәғәт 7-лә 3723 һайлау участкаһы асылды, унда 28 меңдән ашыу кеше эшләй. «Һайлау - 2023» йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге мәғлүмәттәрҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко еткерҙе.  

«Барыһы ла тыныс, эш режимында бара. Ғәҙәттән тыш хәлдәр юҡ. Хәҙер беҙҙең бурыс - участкаларҙа һайлаусыларҙы көтөү», - тип билдәләне ул.

Быйыл Башҡортостанда дистанциялы тауыш биреү ҡаралмаған. Кандидаттар өсөн һайлау участкаһына килеп кенә тауыш бирергә мөмкин. Әлегә электрон технологиялар Мәскәүҙә ҡулланыла һәм илдең 34 төбәгендә һынау үтә. Беҙҙең республикала бындай тауыш биреү формаһы 2024 йылғы һайлауҙа ҡулланылыр тип көтөлә, тине Макаренко. 

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнө башланыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-09-10/v-bashkirii-otkrylis-3723-izbiratelnyh-uchastka-3427117

Авторҙар: Иван Вавилов, Ләйсән Закирова
Автор:
Читайте нас: