Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
10 Сентябрь 2023, 12:02

Һайлау участкаһы булдырылды

Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә һайлау участкаһы тәүге тапҡыр үҙ ишектәрен асты.  1013-сө һайлау участкаһы 5-се мәктәбендә урынлашҡан. 

Һайлау участкаһы булдырылды
Һайлау участкаһы булдырылды

Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә һайлау участкаһы тәүге тапҡыр үҙ ишектәрен асты. 

1013-сө һайлау участкаһы 5-се мәктәп бинаһында урынлашҡан. Уның начальнигы Эльвира Мәхмүтйән ҡыҙы Арыҫланова әйтеүенсә, тәүге тәжрибә комиссия ағзаларына оҡшай. 

1013-сө һайлау участкаһына барлығы 883 һайлаусы теркәлгән. Әле 1 һайлаусы "Теркәүҙән төшөрөү талоны" буйынса 1 кеше килеп һайлап киткән. 

- Көньяҡ биҫтәһендә йәштәр генә түгел, оло йәштәгеләр ҙә бихисап йәшәй. Улар иртә менән килеп һайлап киттеләр. Сәғәт 10-дан һуң әүҙемлек артты. 

Был һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып килгәндәрҙе мәктәп уҡыусылары әҙерләгән концерт номеры көтә ине. Уны 5-се мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәйсә Исмәғилова менән Әлфинә Вәлиева ойошторҙо. 

Шулай уҡ һайлаусылар өсөн теннис, шахмат һәм  шашка ярыштары үткәрелде. 

"Наҙлыҡай" кафеһы һайлаусыларҙы эҫе сәй, бөйөрөк һәм башҡа аш-һыу төрҙәре менән һыйланы. Дилә Мәғәфурова үҙе һәр төрлө татлы бәлештәр, татлы тәмлекәстәр бешереп алып килгән. Ишбикә Шәрипова бал, буҙа, ҡомалаҡ әсеткеһе, шифалы үләндәр һәм бүлмә гөлдәр алып килде. Рәмилә Салихова үҙе теккән түшәк йыйылмаһы менән сауҙа итә. 

 

Һайлау участкаһы булдырылды
Һайлау участкаһы булдырылды
Һайлау участкаһы булдырылды
Һайлау участкаһы булдырылды
Һайлау участкаһы булдырылды
Һайлау участкаһы булдырылды
Һайлау участкаһы булдырылды
Һайлау участкаһы булдырылды
Һайлау участкаһы булдырылды
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: