Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Һайлауҙар
18 Июль 2023, 10:45

Кандидаттарҙы тәҡдим итеү тамамланды

Урындағы һайлауҙарҙа 44 һайлау округы буйынса 205 депутат һайланасаҡ. Территориаль һайлау комиссияһы кандидаттарҙан бөтәһе 275 ғариза ҡабул итте.

Кандидаттарҙы тәҡдим итеү тамамландыКандидаттарҙы тәҡдим итеү тамамланды
Кандидаттарҙы тәҡдим итеү тамамланды

БР Баймаҡ районының ауыл Советтарына депутаттар һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса сараларҙың календарь планына ярашлы, 14 июлдә райондың 22 ауыл биләмәһе Советына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы тәҡдим итеү өсөн документтар ҡабул итеү тамамланды. Территориаль һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, районыбыҙҙа урындағы һайлауҙарҙа 44 һайлау округы буйынса 205 депутат һайланасаҡ. Территориаль һайлау комиссияһы кандидаттарҙан бөтәһе 275 ғариза ҡабул итте. Шул иҫәптән 45 кандидат үҙен-үҙе күрһәткән, 194 кандидат “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы, 26 – ЛДПР, 10 кандидат Пенсионерҙар партияһы тарафынан күрһәтелгән.

Бөгөн документтарҙы ҡабул итеү һәм тикшереү буйынса эш төркөмө документтарҙағы мәғлүмәттәрҙе тикшерә, тейешле органдарға мөрәжәғәттәр ебәрә, комиссия ултырышында ҡарау өсөн документтарҙың проекттарын әҙерләй.

 

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас