Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Һайлауҙар
17 Июль 2023, 12:40

Йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн уҡыу ойошторолдо

Ҡаланың 2-се мәктәбендә бер өҫтәл артына һайлау процесын күҙәтеү нескәлектәрен өйрәнеү өсөн төрлө һөнәр эйәләре йыйылды.

Йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн уҡыу ойошторолдоЙәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн уҡыу ойошторолдо
Йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн уҡыу ойошторолдо

10 июлдә Башҡортостан Республикаһының һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн уҡыуҙар ойоштора башланы. Билдәле булыуынса, быйыл 10 сентябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм ауыл Советтарына депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Ошо мөһим сараға әҙерлек сиктәрендә бөгөн Баймаҡта йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн күсмә уҡыу ойошторолдо.

 

Ҡаланың 2-се мәктәбендә бер өҫтәл артына һайлау процесын күҙәтеү нескәлектәрен өйрәнеү өсөн төрлө һөнәр эйәләре йыйылды. Улар менән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Йәмәғәт хеҙмәттәшлеге һәм килешеүсәнлек технологиялары үҙәге етәксеһе Максим Беляев һәм “Ғаилә” төньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге директоры, социаль конфликттар медиаторы Рина Шәрипова эшләне. Улар һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеүселәренең роле, бурыстары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуаптар бирҙе.

Июль-августа республикала 17 лектор 69 майҙансыҡта 13 меңдән ашыу күҙәтеүсене уҡыуҙарға йәлеп итәсәк.

Йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн уҡыу ойошторолдо
Йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн уҡыу ойошторолдо
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас