Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
21 Сентябрь 2021, 11:51

Иң халыҡсан партияны һайланым

Баймаҡ районының мәғариф бүлеге методисы, Башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе Вадим Рәхмәтуллинда тауыш биреү көнөндә үҙ бурысын үтәне. 

Баймаҡ районының мәғариф бүлеге методисы, райондың башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе Вадим Рәхмәтуллин да тауыш биреү көнөндә үҙ бурысын үтәне. Вадим Зөфәр улына беҙ һайлауға бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. 

-- вадим Зөфәр улы, ни өсөн һайлауға  барҙығыҙ? 

-- Мин һайлауҙарҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмайым. Был беҙҙең дәүләт алдындағы бурысыбыҙ, тип иҫәпләйем.

-- Тауышығыҙҙы ниндәй партия өсөн бирҙегеҙ? Ни өсөн?

-- Ә тауышымды мин иң көслө, иң халыҡсан булған "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенә бирҙем. Тап "Берҙәм Рәсәй" халыҡ өсөн эшләй. Тап улар тәҡдим иткән халыҡсан программалар ғәмәлгә ашырылып килә. Мәктәптәрҙә ремонттар эшләнелә, юлдар төҙөкләндерелә... 

-- Өс көнлөк һайлауҙарға нисек ҡарайһығыҙ? 

-- Был, минеңсә, эпидемиологик күҙлектән сығып эшләнгән. Халыҡ күпләп йыйылмағас, ауырыу ҙа ҡапыл таралып китмәҫ, тигән ышаныстамын. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: