Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
21 Сентябрь 2021, 14:36

Һайлау -- ул илдең моторы

Темәс ауыл биләмәһе рәйесе Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова ла гражданлыҡ бурысын 17 сентябрҙә үк үтәп ҡуйҙы. 

Темәс ауыл биләмәһе рәйесе Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова ла гражданлыҡ бурысын 17 сентябрҙә үк үтәп ҡуйҙы. Айгөл Ғүмәр ҡыҙына һайлауға бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. 

-- Айгөл Ғүмәр ҡыҙы, ни өсөн һайлауға  барҙығыҙ? 

-- Һайлауҙа һәр кем ҡатнашырға тейеш тип уйлайым. Асылда, был 15 минуттан да артыҡ ваҡытты алмай. Әммә беҙ биргән тауыш илебеҙҙең киләсәген билдәләй. Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, ауылда өйҙән сыҡмай ултырған ололарға матур кейенешеп һайһайлауға килеп ҡайтыу үҙе ни тора! Икенсенән, һайлауҙа тауыш биреү - мөһим бурыс түгел, ә беҙҙең хоҡуҡ. 

-- Тауышығыҙҙы ниндәй партия өсөн бирҙегеҙ? Ни өсөн?

-- "Берҙәм Рәсәй" партияһына. Был партия иң яуаплы, иң көслө партияға. Уның конкуренты юҡ дәрәжәһендә. "Берҙәм Рәсәй" ыпартияһы тәҡдим иткән закондар ҡабул ителмәй ҡалмай. Шуныһы һөйөндөрә. Киләсәктә өмөтөбөҙ аҡланыр, "Берҙәм Рәсәй" илебеҙҙең киләсәге өсөн бөйөк эштәр алып барыуын дауам итер, тип ышанам. 

-- Өс көнлөк һайлауҙарға нисек ҡарайһығыҙ? 

-- Бик яҡшы алым. Өс көн дауамында барған һайлауҙа кешеләр күпләп йыйыла алмай. Ә был яңы коронавирус инфекцияһын таралыуға юл ҡуймаясаҡ. Шулай уҡ һайлауға бармай ҡалғандарҙың һаны ла аҙыраҡ була. 

 
 
 
 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: