Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
21 Сентябрь 2021, 12:23

Һайлауҙан ситтә ҡалғаным юҡ

Мәғариф ветераны, Ниғәмәт ауылы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Рәйсә Иҫәнбаева ла ауылында тәүгеләрҙән булып һайлауға ашыҡты. Мәғариф ветеранына һайлауға бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. 

Мәғариф ветераны, Ниғәмәт ауылы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Рәйсә Иҫәнбаева ла ауылында тәүгеләрҙән булып һайлауға ашыҡты. Мәғариф ветеранына һайлауға бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. 

-- Рәйсә апай, ни өсөн һайлауға  барҙығыҙ? 

-- Ошо йәшемә етеп, һайлауҙан ситтә ҡалғаным юҡ. Һайлау -- ул, яҡшымы-юҡмы, үҙенә күрә үҙгәрештәр алып килә торған этәргес. Ә мин илемдең киләсәгенә битараф түгелмен. Шуға ла был юлы 17 сентябрҙә үк үҙ тауышымды биреп ҡалырға ашыҡтым. 

-- Тауышығыҙҙы ниндәй партия өсөн бирҙегеҙ? Ни өсөн?

-- Әлбиттә, "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенә. Минеңсә, "Берҙәм Рәсәй"ҙең исеме есеменә тап килеп тора. Ул Рәсәй халҡын берләштерә, ил сәйәсәтен корректорлай. Халыҡ өсөн дә ул аҙ эшләмәй.  

-- Өс көнлөк һайлауҙарға нисек ҡарайһығыҙ? 

-- Ыңғай. Беренсенән, халыҡ күпләп йыйылмай. Был яңы короновирус инфекцияһын таралыуға юл ҡуймаясаҡ. Икенсенән, һайлаусылар һанын да арттыра. Элегерәк һайлауҙан ситтә ҡалғандар күберәк булһа, хәҙер ундайҙар өсөн уйланырға ваҡыт була. "Нишләп күршем барып һайлай алғанда мин ситтә ҡалырға тейеш әле", -- тип уйланыусылар ҙа бихисап булалыр, тип уйлайым. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: