21 февралдә фельдшер көнө билдәләнә. Һаулыҡ һағында тороусы шәфҡәт туташтарын аҡ халатлы фәрештәгә тиңләп була. Сөнки халыҡҡа ярҙам күрһәтеп, улар күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡала. Был дата улар хеҙмәтенә хөрмәт күрһәтеү маҡсатында билдәләнә.
Район үҙәк дауаханаһында фельдшерҙар ҡатнашлығында матур байрам үтте. Тәбрикләү сараһында район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, «Ватанды һаҡлаусылар» фондынының социаль координаторы, «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр төркөмө ағзаһы Гөлназ Заманова, район үҙәк дауахана етәкселеге ҡатнашты. Ф.Р.Нәҙерғолов аҡ халатлыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, уларҙың намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Артабан Йәнйегет ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты етәксеһе Гөлзиә Көмөшҡоловаға район Советының, Таһир ауылы фельдшеры Ильяс Ҡунаҡбаев һәм Билал ауылынан Роза Сәғитоваға район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырылды. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Гөлназ Заманова район үҙәк дауаханаһы коллективына махсус хәрби операцияға әүҙем ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Фельдшерҙар яугирҙәрҙең имен-аман ҡайтыуҙарын теләп, Гөлназ Хәкимәйән ҡыҙы аша «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр төркөмөнә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ылау туплау өсөн 25 мең һум финанс ярҙамдарын тапшырҙы.
Рәсми өлөштән һуң һүҙ фельдшерҙарға бирелде. Аҡ халатлылар ҡунаҡтарға матур концерт номерҙары, театрлаштырылған тамаша бүләк итте. Сығыштарҙың барыһы ла быйыл иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналды. Аҡморон, Беренсе Этҡол, Түбә, Ирәндек, Темәс, Иҫке Сибай участкаларына ҡараған ауыл фельдшерҙары үҙ һөнәрҙәренең оҫталары булыуҙарынан тыш, йыр-моңға, бейеүгә һәләтле икәнен дә иҫбатланы.
«Районда бөтәһе 55 фельдшер эшләй. 2019 йылдан «Беренсел звеноны модернизациялау» программаһы сиктәрендә 12 фельшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. «Ауыл фельдшеры» программаһы ярҙамында 25 белгес эшкә урынлашты. Әлегә ваҡытта Бетерә һәм Ишей ауылдарына фельдшер талап ителә.
Был вазифалағы кешеләрҙең төп бурысы - халыҡҡа профилактик саралар үткәреү, диспансеризацияға йәлеп итеү. Шулай уҡ хәҙер халыҡ үҙе йәшәгән ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пунктында анализдар тапшыра ала», - тине үҙәк ҡала дауаханаһының ойоштороу-методик бүлеге фельдшеры Нурзилә Уразбаева.
Кешеләрҙе дарыу менән генә түгел, йылы һүҙҙәре менән дә дауалаған аҡ халатлыларҙы байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Ваҡытында күрһәтелгән тәүге ярҙам, ҡотҡарылған ғүмерҙәр өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.