+3 °С
Болотло
Мерәҫ ауыл китапханаһында «Һаулығың — байлығың» темаһына лекция ойошторолдо. Уны ауыл китапханасыһы Рафиға Ғазина үткәрҙе.
Ул сарала ҡатнашыусыларға иммунитетты нығытыуға һәм сәләмәтлекте һаҡлауға ҡағылышлы мөһим кәңәштәрен бирҙе.
Лекция фекер алышыу менән тамамланды. Һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы был сара һәр тыңлаусыға үҙ һаулығы үҙенең ҡулында икәнлеген тәрәнерәк аңларға мөмкинлек бирҙе.