Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Август 2025, 15:05

Сәләмәтлек поезы - яҡшы мөмкинлек булды

«Сәләмәтлек поезы» бөтәһе 901 кешенән 6140 мәрәжәғәт ҡабул итте.  Уларҙың 207-һе балалар булһа, ҡалғандары - урта һәм оло йәштәгеләр. Терапевт, кардиолог, окулист, неврология белгестәренә һорау ҙур булды. 177 кеше флюрография, 349 кеше маммография үтте...

Белеүегеҙсә, райондың ҡайһы бер ауылдары буйлап «Сәләмәтлек поезы» халыҡты ҡабул итте. Был акция йылына бер тапҡыр үтә. Маршрут 7 июль Ишбирҙе ауылында старт алып, Бөрйәнйылға, Крепостной Йылайыр, Йылым, Йомаш, Сәйғәфәр, Аҡморон, Ҡаратал, Шүлкә Беренсе Этҡол, Йәрмөхәмәт, Ярат ауылында булды. Беренсе Этҡол ауылына Ғәҙелбай, Буранбай, Сыңғыҙ ауылы халҡы ла килде. Аҙаҡҡы туҡталыш 24 июлдә Ғүмәрҙә булды.

Ғүмәр ауылындағы ҡабул итеү барышын беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре  лә күҙәтте. Иртәнге сәғәт 9-ҙа сәғәттә ауыл халҡы кәрәкле документтарын тотоп, фельдшер-акушерлыҡ пункты яғына ағылды. Район үҙәк дауаханаһынан килгән хеҙмәткәрҙәр уларҙы оҙаҡ көттөрмәне, билдәләнгән ваҡытҡа килеп тә етте.

Урындағылар медицина хеҙмәткәрҙәрен икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы. «Ғүмәриә» ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары, ауылдың талантлы ғаиләләренең береһе Миңзәлә Мират ҡыҙы һәм улы Мирас Үҙәнбаевтар ҡунаҡтарға дәртле йырҙарын, ҡурай һәм гармун моңдарын бүләк итте.

 Бер аҙҙан пунктҡа инеп, һәр кем үҙенә кәрәкле белгескә сиратҡа торҙо. Был көндө терапевт, хирург, кардиолог, невролог, теш табибы, окулист , акушер-гинеколог ҡабул итте. Шулай уҡ маммография, ЭКГ-ға күренеү, шәкәргә анализ биреү һәм һөҙөмтәһен шунда уҡ асыҡлау, күҙ баҫымын тикшертеү мөмкинлеге  булды.

«Мин яңыраҡ диспансеризация үткәйнем. Бөгөн кардиологҡа күренәм тип килдем. Табиптарҙың ошолайтып йөрөп ҡарауҙары бик яҡшы.  Белеп тораһығыҙ, хәҙер ауылдарҙа күбеһе оло йәштәгеләр. Һәр кемдең район үҙәгенә барыу мөмкинлеге лә юҡ», - тине Зөбәйҙә Үҙәнбаева.

«Мин дә тормош иптәшем менән белгестәргә күренергә тип килдек. Бөгөн ҡабул иткән табиптарға ла, Ғүмәрҙәге йәш фельдшер Азалия Әхмәтйәноваға ла ҙур рәхмәтлебеҙ. Бер йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙ эшенең нескәлектәрен яҡшы белә. Аҡ халатлылар йылы һүҙ менән дә дауалай, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Азалия Әҙеһәм ҡыҙы ла һәр ваҡыт яғымлы, матур итеп аралаша. Уның артабанғы эшендә уңыштар теләйбеҙ», - тине Гүзәл Янтова.

Әйткәндәй, Азалия Әхмәтйәнованың Өфө медицина колледжын тамамлап, эшкә урынлашыуына бер йыл тирәһе. Ул «Ауыл докторы» программаһы буйынса тыуған ауылына эшкә ҡайта. Фельдшер әлеге ваҡытта  Ярат һәм Ғүмәр ауылдары халҡының һаулығы һағында тора. Уның ҡарамаҡта барлығы 600 кеше тирәһе.

Бер нисә көн дауамында барған акция сиктәрендә «Сәләмәтлек поезы» бөтәһе нисә кешене ҡабул иткән? Халыҡтың күпселеге ҡайһы белгескә мөрәжәғәт иткән? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән район үҙәк дауаханаһының акушер-гинекологы, медицина профилактикаһы бүлеге етәксеһе  Дилә Ильясоваға мөрәжәғәт иттек.

«Сәләмәтлек поезы» бөтәһе 901 кешенән 6140 мәрәжәғәт ҡабул итте.  Уларҙың 207-һе балалар булһа, ҡалғандары - урта һәм оло йәштәгеләр. Терапевт, кардиолог, окулист, неврология белгестәренә һорау ҙур булды. 177 кеше флюрография, 349 кеше маммография үтте. Килгән халыҡты ҡабул итеп, уларҙың анализдарын ҡарағандан һуң,  кәрәкле тип табылған осраҡта дауалау курстары яҙҙыҡ. Ике кешегә яман шеш ауырыуы барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы янауы билдәле булды. Шулай уҡ өсәүҙә шәкәр диабеты, икәүҙә туберкулез сирҙәре булыуы асыҡланды. Уларға тулы анализдар бирергә һәм артабан дауалау өсөн район үҙәк дауаханаһына килергә ҡуштыҡ.

Шулай уҡ бер үк ваҡытта «К СВОим» тигән проектта ҡатнашабыҙ. Йәғни махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул итәбеҙ. Дөйөм алғанда, ҡабул итеүҙәр алдан яҙылыуһыҙ һәм бар төр хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.

  Һүҙемде йомғаҡлап, халыҡҡа, үҙегеҙҙең һаулығығыҙға битараф булмағыҙ, «Сәләмәтлек поезы» килгән осраҡта ғына түгел, ә йыл һайын анализдар тапшырып, һаулығығыҙҙы тикшереп тороғоҙ, шулай уҡ диспансеризация үтеүгә лә яуаплы ҡараһағыҙ ине. Сөнки улар төрлө ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итә, тип әйтергә теләйем», - тине Дилә Шәһит ҡыҙы.

Эйе, һаулыҡ - иң ҙур байлыҡ. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас