“Һаҡмар” редакцияһының гәзиткә яҙылыусылар араһында йылына ике тапҡыр бүләктәр уйнатыуы күптән инде матур йолаға әйләнгән. 2025 йылдың тәүге яртыһына гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында ла декабрь аҙағында шәп бүләктәр уйнатылғайны. Төп приз – Сибай ҡалаһы янындағы “Урал аръяғы” шифахана-профилакторийына юллама Йәрмөхәмәт ауылынан Сулпан Йосопованың өлөшөнә төшкәйне. Һәм бына биш көн ял итеп, һаулығын нығытып, Сулпан апай бөгөн шифахананан ҡайтты.
“Бик яҡшы ял итеп ҡайттым. Шул тиклем оҡшаны. Шифаханала эшләүселәрҙең һәр береһе мөләйем, итәғәтле, ял итеүселәргә иғтибарлы. Табип барлыҡ һорау-теләктәрҙе иҫәпкә алып, һаулыҡ торошон асыҡлап, дауаланыу төрҙәрен билдәләй. Массаж, төрлө процедуралар, көн һайын бассейнға йөрөү һ.б. – барыһы ла бик оҡшаны. Ашханала туҡланыу ҙа бик яҡшы ойошторолған, ашнаҡсылар ризыҡты төрләндереп, тәмле итеп әҙерләй. Ошондай ял итеү мөмкинселеген булдырған “Һаҡмар” гәзите коллективына рәхмәтлемен. Шуға күрә, дуҫтар, гәзиткә яҙылығыҙ, шәп бүләктәр отоғоҙ”, - тип йылмая Сулпан Сабир ҡыҙы.