-4 °С
Болотло
Инсульт һәм инфаркт — иң киң таралған йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары. Был ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларҙы булдырмау өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында бөгөн Таулыҡай ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре Исхаҡова Дилә Әхмәҙулла ҡыҙы һәм Байегетова Гөлфиә Хәсән ҡыҙы һөйләне. Улар ауылдаштары өсөн "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" исемле лекция үткәрҙе. Сара һуңында унда ҡатнашыусылар ҡан баҫымын үлсәтте, һәр кемгә айырым кәңәш бирелде.
Шуныһы һөйөнөслө, ауылдың медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан бындай саралар йыш үткәрелә.
"Кешеләр үҙ һаулығына битараф булмаһын ине. Ваҡытында тикшерелеп торһондар. "Һаулыҡ - иң ҙур байлыҡ" икәнен һәр кем иҫтән сығармаһын",- тине Дилә Әхмәҙулла ҡыҙы.