Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Август 2024, 11:46

Баймаҡ ҡалаһында 90 йәшлек бер инәй

ҡышҡылыҡҡа йәшелсә әҙерләгәндә, яңылыш 70 процентлы һеркә эссенцияһын эсә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Баймаҡ ҡалаһында 90 йәшлек бер инәй ҡышҡылыҡҡа йәшелсә әҙерләгәндә яңылыш 70 процентлы һеркә эссенцияһын эсә. Һөҙөмтәлә уның ашҡаҙаны һәм тамаҡ юлдары бешә. Инәйгә тиҙ медицина ярҙамы талап ителә.

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Рыҫҡужиндың хәбәр итеүенсә, ҡабул итеүҙәр бүлегендә ауырыуға видеогастроскопия үткәрәләр һәм дежур хирург тейешле дауаланыу курсы тәғәйенләй. Бәхеткә күрә, ваҡытында тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү арҡаһында инәйҙең һаулығына етди зыян килмәй.

- Был ваҡиға хәүефле, тип һаналған әйьерҙәрҙе, был осраҡта һеркә эссенцияһын, дөрөҫ урында һаҡлау һәм ҡулланыу кәрәклеге хаҡында иҫкәртә, - тине Илшат Рыҫҡужин. – Һеркәне мотлаҡ ябыҡ килеш, йырағыраҡ урында һаҡларға кәрәк. Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға бәлә-ҡаза килмәһен өсөн тейешле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ.

Баймаҡ ҡалаһында 90 йәшлек бер инәй
Баймаҡ ҡалаһында 90 йәшлек бер инәй
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: