Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Сәләмәтлек поезы" үҙ эшен дауам итә

Районыбыҙҙа автопоезд үҙ эшен дауам итә. Был көндәрҙә ул Урғаҙа ауылы халҡын ҡабул итте.  Кисә терапевт - 69, хирург – 38, педиатр - 27, кардиолог - 50, гинеколог - 31, офтальмолог - 49, стоматолог - 21, УЗИ табибы - 51, травматолог - 29, эндокринолог - 42, отоларинголог 47 кешене ҡабул итте. 94 кешегә флюорография үткәрелде.   

"Сәләмәтлек поезы" үҙ эшен дауам итә
"Сәләмәтлек поезы" үҙ эшен дауам итә

Районыбыҙҙа автопоезд үҙ эшен дауам итә. Был көндәрҙә ул Урғаҙа ауылы халҡын ҡабул итте. 

Кисә терапевт - 69, хирург – 38, педиатр - 27, кардиолог - 50, гинеколог - 31, офтальмолог - 49, стоматолог - 21, УЗИ табибы - 51, травматолог - 29, эндокринолог - 42, отоларинголог 47 кешене ҡабул итте. 94 кешегә флюорография үткәрелде. 

Бөгөн дә "Сәләмәтлек поезы" Урғаҙа ауылында эшләй. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 16 июленән 31 июленә тиклем районыбыҙҙа «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә "Сәләмәтлек поезы" эшләй. 

Был акция социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы, хроник йоғошло булмаған ауырыуҙар хәүефе факторҙарын иртә асыҡлау маҡсатында ауыл халҡына медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген арттырыу маҡсатында үткәрелә. 

Медицина тикшереүҙәре бушлай. Белгестәргә алдан яҙылырға ла кәрәкмәй - ҡабул итеү сират тәртибендә уҙғарыла.
Иң мөһиме, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға кәрәк. 

"Сәләмәтлек поездары" Башҡортостанда Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса йөрөй. Был заманса техника - флюорографтар, маммографтар, диагностика үҙәктәре, стоматология кабинеттары һәм башҡалар, шулай уҡ иң яҡшы табиптар, шул иҫәптән һирәк осраған һөнәрҙәр - неврологтар, урологтар, стоматологтар менән йыһазландырылған күсмә мобиль комплекстар.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: