Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Сәләмәтлек автопоезы" эшен дауам итә

Бөгөнгө көнгә табиптар Ишмөхәмәт, Янғаҙы, Байыш һәм Урғаҙа ауылдарында эшләп өлгөрҙө.

"Сәләмәтлек автопоезы" эшен дауам итә
"Сәләмәтлек автопоезы" эшен дауам итә

Хәбәр итеүебеҙсә, 16 июлдән районда «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә “Сәләмәтлек автопоезы”  эш башланы. Был акция бишенсе йыл рәттән үткәрелә һәм ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән.

Бөгөнгө көнгә табиптар Ишмөхәмәт, Янғаҙы, Байыш һәм Урғаҙа ауылдарында эшләп өлгөрҙө.

Артабан “Сәләмәтлек автопоезы”  Урғаҙа ( 19.07.2024 - 24.07.2024), Урал һәм Комсомол  (25.07.2024 - 26.07.2024), Сосновка (29.07.2024.), Октябрь (30.07.2024),  Күлтабан  (31.07.2024) ауылдарында халыҡты ҡабул итәсәк.

Тикшереүҙәр бушлай үткәрелә. Белгестәргә яҙылырға кәрәкмәй. Ҡабул итеү “тере” сират тәртибендә үткәрелә. Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм ОМС полисын алырға онотмағыҙ.

"Сәләмәтлек автопоезы" эшен дауам итә
"Сәләмәтлек автопоезы" эшен дауам итә
"Сәләмәтлек автопоезы" эшен дауам итә
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: