Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Эсер һыуыбыҙ таҙамы? Йәйге ял нисек ойошторолған?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға "Роспотребнадзор" ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идара етәксеһе Анна Казактың эш сәфәре барышында яуап бирергә тырыштылар. Баймаҡ район хакимиәтендә үткәрелгән эшлекле кәңәшмәлә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Гатина Эльвира Фәрит ҡыҙы ла ҡатнашты.

Эсер һыуыбыҙ таҙамы? Йәйге ял нисек ойошторолған?
Эсер һыуыбыҙ таҙамы? Йәйге ял нисек ойошторолған?

Кисә "Роспотребнадзор" ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идара етәксеһе Анна Казак эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды. Үткәрелгән эшлекле кәңәшмәлә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Гатина Эльвира Фәрит ҡыҙы ла ҡатнашты.

 

Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы, ҡаланы һәм районды хәүефһеҙ эсәр һыу менән тәьмин итеү, тәбиғи сығанаҡлы ауырыуҙарҙың эпидемияға ҡаршы сараларын ойоштороу мәсьәләләре, шулай уҡ милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса сараларҙың уңышлы һөҙөмтәләре буйынса эшлекле конструктив диалог булды. 

 

Идаралыҡтың территориаль бүлектәре белгестәре һыу менән тәьмин итеү системаларын, таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу сараларын тормошҡа ашырыу, медицина һәм мәғариф объекттарын төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу, реконструкциялау буйынса Ырымбур урындағы үҙидара идаралығының эшсе төркөмдәренә инә.

 

«Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығына районыбыҙ территорияһында санитар-эпидемиологик именлекте тәьмин итеүгә тығыҙ үҙ-ара килешеп эш итеүҙәре һәм шәхси иғтибарҙары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ», – тип дауахананың баш табибы Илшат Рыҫҡужин яҙып ҡуйҙы. 

Эльмира Кейекҡужина. 

Эсер һыуыбыҙ таҙамы? Йәйге ял нисек ойошторолған?
Эсер һыуыбыҙ таҙамы? Йәйге ял нисек ойошторолған?
Эсер һыуыбыҙ таҙамы? Йәйге ял нисек ойошторолған?
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: