Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кисә шәфҡәт туташтарын тәбрикләнеләр

Кисә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының тамашалар залында Бөтә донъя шәфҡәт туташы көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Тантананы баш табип Илшат Рыҫҡужин асты. Илшат Тимерйән улы шәфҡәт туташы һөнәренең мөһимлеге тураһында һөйләне.   

Баш табип урынбаҫары Илдар Бәхтиәров та тәбрикләп үтте. Илдар Сабир улы был һөнәрҙең мөһим һәм алмаштырғыһыҙ булыуын билдәләне. 

Үҙәк ҡала дауаханаһының профсоюз комитеты рәйесе Ләйсән Ғайсина дауахана коллективының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан шәфҡәт туташтарын ҡотланы һәм үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре профсоюзынан Почет грамоталарын тапшырҙы.

Төп шәфҡәт туташы Гөлназ Билалова һаулыҡ һаҡлау системаһында урта медицина персоналының мөһим роле тураһында һөйләне. Хәҙерге шәфҡәт туташы - төрлө яҡлап белемле белгес, юғары мәҙәниәтле, шәфҡәтлелек, эш һөйөүсәнлек һәм намыҫлылыҡ кеүек сифаттарға эйә кеше.
Тантаналы сараны музыкаль яҡтан халыҡ ижады үҙәге артистары биҙәне. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: