Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Июль 2023, 11:35

Йәштәр эшкә ҡайтһын

Баш врач вакансиялар, эш шарттары, йәш белгестәр өсөн яңы мөмкинлектәр, социаль ярҙам саралары тураһында һөйләне, яҡташтарыбыҙҙы дауаханаға эшкә саҡырҙы.

Йәштәр эшкә ҡайтһын
Йәштәр эшкә ҡайтһын

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Рыҫҡужин Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусы яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Осрашыуҙың төп маҡсаты – йәштәрҙе дауаханаға эшкә саҡырыу. Баш врач вакансиялар, эш шарттары, йәш белгестәр өсөн яңы мөмкинлектәр, социаль ярҙам саралары тураһында һөйләне, яҡташтарыбыҙҙы дауаханаға эшкә саҡырҙы.

“Осрашыу эшлекле шарттарҙа үтте. Сығарылыш студенттары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙары биреп, уларға аныҡ яуаптар алды. Күптәре киләсәктә беҙҙең дауаханаға эшкә ҡайтырға теләген белдерҙе. Был осрашыу Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусы яҡташтарыбыҙға эш урынын һайларға ярҙам итер һәм беҙ үҙебеҙҙең дауаханала йәш белгестәр менән тағы ла осрашырбыҙ, тип ышанабыҙ”, - ти дауахананың баш врачы Илшат Тимерйән улы.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: