-5 °С
Ҡар
«Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына дауалау-профилактикалау кимәлен күтәреү маҡсатында 25 заманса электрокардиограф һәм 5 дефибриллятор тапшырылды. Яңы аппараттарҙы күсереп йөрөтөргә мөмкин, был уларҙы ҡулланыу мөмкинселеген киңәйтә. Электрокардиографтар райондың ауылдарында медицина тикшереүҙәре үткәргән саҡта ҡулланыласаҡ. Ҡорамалдар “Һаулыҡ һаҡлау” милли пректы һәм “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк проекты сиктәрендә алынды”, - тип белдерҙе үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Тимерйән улы Рысҡужин.