Һаҡмар
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Июль 2021, 17:10

"Вакцина яһатҡандарҙың үпкәһе зарарланманы..."

"Вакцина яһатҡандарҙың үпкәһе зарарланманы..."
"Вакцина яһатҡандарҙың үпкәһе зарарланманы..."

 Бына беҙҙең биләмәлә әлегә көндә тажлы үләт менән сирләгән 37 ауырыу теркәлгән. Шуларҙың икәүһе коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән. Әммә улар ауырыуҙы еңел формала үткәрә, иң мөһиме – ковид уларҙың үпкәһен зарарламаны – пневмониялары юҡ. Вакцина яһатмағандарҙың барыһының да үпкәһе зарарланған. Барыһының да пневмония. Был халыҡты уйландырырға тейеш...

Һәр саҡ кеше араһында һәм мәғлүмәт донъяһының уртаһында ҡайнағанғамы икән, күңелде шомлоҡ биләп алған саҡтар ҙа була. Был айырыуса һуңғы көндәрҙә, айҙарҙа күҙәтелә. Хәйер, 2020 йылда, коронавирус афәте башланғандан алып, тыныс күңел менән йәшәгәндәр һирәктер.

Ковидтың өсөнсө тулҡыны килә һәм ул бик ҡурҡыныс буласаҡ”,-тигән һүҙҙәрҙе кемдер һағайып, ә күптәр ҡолағына ла элмәй ҡаршы алды. Әлеге ваҡытта был ауырыу ҡотора бара һәм уның ҡасан кәмей башлаясағын бер кем дә фаразлай алмай. Хәҙер ололар ғына түгел, йәштәр, хатта балалар ауырый. Ҡотолоу һәм һаҡланыу юлы вакцинациялауҙа булһа ла, был ысулды этәргәндәр ҙә күп. Бәғзеләр “табиптарҙың үҙҙәре прививка эшләтмәй” тип яр һала. Был йәһәттән шуны әйтеп үткем килә, әлеге көндә Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең 83,7 проценты вакцина яһатҡан. Ә инде ауыл биләмәһе башлыҡтары менән булған оператив кәңәшмәлә Иҫке Сибай биләмәһен етәкләгән Сибай Утарбаевтан уларҙың медицина хеҙмәткәрҙәре 100 процент вакцинациялауын ишеткәс, шул тарафтарға юл тоттом.

Дөрөҫөн әйткәндә, көн-төн яуған мәғлүмәттән (бәхетһеҙлеккә, уларҙың күбеһе кире) арынырға һәм онотолорға теләһәм, юлға сығырға тырышам. Бормалы һәм һикәлтәле юлдар, ҡырыҫ та, үҙенсәлекле лә тәбиғәтебеҙ, ихлас күңелле, нимә уйлағанын күҙгә бәреп әйткән яҡташтарымдан әллә күпме көс һәм дәрт алып ҡайтам.

Тирә-яғы төрлө сәскәләргә күмелеп ултырған Иҫке Сибай ауыл дауаханаһының ишек төбөндә Сулпан Ғәлиәхмәтова ҡаршы алды. Ҡулдарҙы эшкәртеп, температураны үлсәгәс кенә бинаның эсенә үтә алдым. Терапевт, юғары категориялы врач Гүзәл Кадаева һәм участка шәфҡәт туташы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре Рәмзәлиә Кәримова ауырыуҙарҙы ҡабул итеү алып бара. “Иртәнсәк кеше бигерәк күп ине, хәҙер әҙәйҙе”,-тип йылмайҙы Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы. Табиптың да, шәфҡәт туташының да талсыҡҡан йөҙҙәрен күреп, уларҙы ошондай ҡыҙыу мәлдә борсоп йөрөүе уңайһыҙ булып китте. Шулай ҙа мине генә түгел, ә гәзит уҡыусыларҙы ла борсоған һорауҙарҙы бирмәй түҙә алманым: “Табиптар коронавирусҡа ҡаршы үҙҙәре вакцина эшләтмәй, тигән фекер йәшәп килә. Ни өсөн шулай икән?”

Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы: “Беҙҙең коллектив 100 процент вакцинацияланған. Тик ошо прививка менән ауырыуҙы туҡтатып булғанын беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта вакцина яһатырға тейеш, Сөнки кешеләр ҡайҙалыр бер ауырыу менән генә аралашып, сирҙе йоҡтороуы мөмкин. Ә медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә ковидлы әллә нисәмә ауырыуҙы дауалай. Беҙҙең организмға күп төрлө вирусҡа ҡаршы сығырға тура килә. Шуға күрә вакцина яһатыу мөһим. Табиптарҙың күбеһе коронавирус менән ныҡлап ауырыны, хатта бер нисә мәртәбә сирләгәндәр ҙә бар. Бындай хәлдә вакцина яһатырға ярамай бит, шуға күрә прививка эшләтеү ваҡыты һуҙылып киткәндер. Бәлки, халыҡта шуға күрә “медиктар вакцина яһатмай” тигән хаталы уй тыуғандыр. Беҙгә – ауыр хәлдәге, үлем сигенә еткән ауырыуҙарҙы күргән кешеләргә, коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыуҙың мөһимлеге тураһында әйтергә лә кәрәкмәй. Беҙ уны тере миҫалдар аша күрәбеҙ. Миңә үҙемә Сибай госпиталендә эшләргә тура килде. Беләһегеҙме, ул минең өсөн иң ҡурҡыныс һәм аяуһыҙ көндәр булып ҡалды. Тын ала алмаған, бар органдары эшләмәй башлаған ярым үле кешеләр. Ярҙам итке килә уларға, бик килә! Тик мөмкин түгел! Ҡайҙан һәм нисек килеп сыҡҡандыр был ауырыу, әммә ул бер кемде лә аямай. Элек ололар ауырыһа, хәҙер күпселеге йәштәр. Һау-сәләмәт тормош алып барғандары ла, спорт менән шөғөлләнгәндәре лә, бик үк дөрөҫ йәшәмәгәндәре лә, ябай эшселәр ҙә, етәкселәр ҙә – барыһы ла ковид йоҡтора. Һәм уның һаҡланыу юлы бер – вакцинация”,-тип күңел әрнеүҙәрен теҙеп һалды.

Табиптың һүҙҙәрен бүлдереп сираттағы кеше ҡабул итеүгә килде. 27 йәштәге ҡатын вакцина яһатырға килгән ине. Бар һаҡланыу сараларын күҙәтеп, уның ҡанындағы кислород проценты, ҡан баҫымы үлсәнде. Артабан ул прививка яһатыу кабинетына йүнәлтелде. Бында уға “Спутник V” вакцинаһы яһалды. Артабан прививка яһатҡандан һуң өс көн мунса инмәҫкә, иҫерткес эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, артыҡ көсөргәнешле эштәр эшләмәҫкә, температура ҡалҡыу осрағында парацетамол эсергә икәнлеге аңлатылды һәм 21 көндән икенсе компонентты эшләтергә кәрәклеге иҫкәртелде.

Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы менән һөйләшеүҙе артабан дауам итәбеҙ. Һәм үҙемде, ғөмүмән, бар кешеләрҙе борсоған һорауҙарҙы бирәм:

- Вакцина яһатҡандар ҙа коронавирус менән ауырый бит?

-Эйе, ундай осраҡтар бар, әммә бик әҙ. Был – бер. Икенсенән, вакцина яһатҡандар еңел формала үткәрә. Бына беҙҙең биләмәлә әлегә көндә тажлы үләт менән сирләгән 37 ауырыу теркәлгән. Шуларҙың икәүһе коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән. Әммә улар ауырыуҙы еңел формала үткәрә, иң мөһиме – ковид уларҙың үпкәһен зарарламаны – пневмониялары юҡ. Вакцина яһатмағандарҙың барыһының да үпкәһе зарарланған. Барыһының да пневмония. Был халыҡты уйландырырға тейеш. Күбеһенең ауырыуҙы билдәләгәндә үпкәнең 50-60 проценты зарарланған булып өлгөрә. Һәм сир артабан бик тиҙ үҫешә. Кеше тиҙ арала аяҡтан йығыла. Аяныслы күренеш, әлбиттә.

-Хәҙерге ваҡытта пандемияның өсөнсө тулҡыны бара, тиҙәр. Һеҙ уның беренсе, икенсе тулҡынын үткәргән табип. Бына хәҙер беҙ кисергән тулҡын алдағыларынан айырыламы?

-Эйе, был тулҡындағы коронавирус күпкә аяуһыҙ. Алдағы ике тулҡында күберәк ололар ауырыны. Ә был тулҡын бер кемде лә аямай: өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, хатта сабый балалар ҙа ковидты йоҡтора. Үлем осраҡтары ололарҙа ғына түгел, ә йәштәр араһында ла күбәйҙе. Табиптарға вирус нагрузкаһы тағы ла нығыраҡ көсәйҙе, шуға күрә медицина хеҙмәткәрҙәре лә йыш ауырый. Беренсе, икенсе тулҡында беҙҙә ауырыуҙар улай күп булманы. Хәҙер ғаиләһе менән ауырып өйҙә яталар. Беҙ бер ауырыуҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, йорттар буйлап йөрөйбөҙ, көн һайын Баймаҡтан барып дарыуҙар алып ҡайтабыҙ. Шуны ла әйтергә кәрәк, коронавирус менән ауырығандарҙың антиматдәләре була, тик ул оҙаҡҡа бармай, тиҙ арала юҡҡа сыға. Ә бына вакцина яһатҡандарҙың антиматдәләре ярты йылдан һуң да юғары булып ҡала. Ауырыу ҡоторған мәлдә был айырыуса мөһим бит.

Тағы шуны билдәләп үтергә кәрәк: пандемияның беренсе, икенсе тулҡыны ваҡытында кеше короавирус йоҡторһа уның үпкәләре, мәҫәлән, 25, 40, хатта 60 процент зарарланһа, ул йортонда, амбулатор рәүештә ятып дауалана ала ине. Бындай ауырыуҙар үҙизоляцияла булды, табиптар, фельдшерҙар барып ҡарап торҙо, шул рәүешле ул йүнәлде. Йәғни кешенең үпкәһе башта зарарланған проценттан артыҡ күтәрелмәне. Күрһәткән 40 проценттан ул әкренләп түбән төшөп, һауығыу юлына баҫа ине. Хәҙерге ваҡытта йәғни өсөнсө тулҡында ауырыуҙың үпкәһе иртәнсәк 8 процент зарарлы булһа, кискә ковид 80 процент үпкәне ялмап ала. Был коронавирустың бөтөнләй икенсе төрө икәнлеге аңлашыла. Шуға күрә хәҙер Баймаҡ, Сибай, башҡа ҡалаларҙың госпиталдәре ауырыуҙар менән тулы. Сөнки алдағы тулҡындарҙағы кеүек кешеләрҙе өйҙә генә һауыҡтырыуы мөмкин түгел.

Табип булараҡ тағы нимәгә иғтибар иттем: беҙ ковид менән ауырыған кешене дауалайбыҙ, аяҡҡа баҫтырабыҙ. Хәле лә рәтләнгән кеүек. Ауырыу коронавирусҡа яңынан анализдар тапшыра һәм организмда ковидтың һаман йәшәүе асыҡлана. Йәғни тулы дауаланыу курсын үткәндән һуң да коронавирус еңелмәй организмда ҡала. Был ковидтың ныҡлы мутация алыуын, уға ҡаршы быға тиклем ҡулланылған препараттарға ҡулайлашыуын, уларға ҡаршы көс йыйыуын күрһәтә. Бына шундай ҡурҡыныс һәм мәкерле ауырыу.

-Иҫке Сибай, һеҙ хеҙмәтләндергән башҡа ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың вакцинацияға ҡарашы ниндәй?

- Тәүҙә бик үк һанлап, ышанып етмәһәләр ҙә, хәҙер халыҡ вакцина яһатыуҙың мөһимлеген аңланы. Үҙ теләге менән киләләр, һорауҙар бирәләр. Күптәре күрше – тирәһенең, туғандарының ковид менән күмәкләп ауырып йығылғанын ишетеп, шул уҡ көндө вакцина яһатырға килеп етә. Әҙәм балаһы шулай ҡыҙыҡ ҡоролған бит: уға мотлаҡ үҙенә күреп – тотоп ҡарарға йәки янындағы кешеләрҙең кисерешен күрергә кәрәк. Шул саҡта ғына ул ышана. Шулай уҡ интернет аша таратылған вакцинаға ҡаршы төрлө уйҙырмаларҙан ҡурҡҡандар ҙа бар. Ундайҙарға шулай тип әйтер инем: диванда ятып, эшһеҙлектән йонсоп вакцина тураһында теләһә нәмә уйлап тапҡандарға түгел, ә ковид ауырыуҙары менән тәүлек әйләнәһенә эшләгән, йәшәү менән үлем араһында булған үҙ табиптарығыҙға ышанығыҙ. Беҙ һеҙҙе дауалаған кеүек, һеҙ ҙә битлек кейеп, вакцина эшләтеп, үҙегеҙҙе лә, табиптарҙы ла һаҡлағыҙ.

-Коронавирусты кисергән кешеләр ҡасан үҙ хәленә ҡайта?

-Был бик оҙайлы ваҡытты ала. Сөнки коронавирус иң тәүҙә үпкәне зарарлаһа ла, ул башҡа органдарҙы ла ҡаҡшата. Тажлы үләт менән ауырығандан һуң күптәр йөрәк сирҙәренә дусар була, шулай уҡ быуындары һыҙлаған, аяҡтары тотмағандар ҙа бихисап. Барыһы ла тәненән хәлһеҙлек китмәүенә, хәтере насарайыуына, башы ауыртыуына зарлана. Сәстәре ҡойолоп бөткән, тырнаҡтары һынып тик торған ауырыуҙар ҙа күп. Был нимә тураһында һөйләй? Коронавирус кеше организмының бар күҙәнәктәренә үтеп инә, шуға күрә ауырыу оҙаҡ йонсота әле. Ә киләсәктә ковидты кисереүҙең эҙемтәһе ниндәй буласаҡ – билдәһеҙ.

- Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы, тажлы үләттең өсөнсө тулҡыны ҡасан бөтәсәген әйтеп булмай, тинегеҙ. Донъя, ил, республика, район буйынса был йүнәлештәге мәғлүмәттәрҙе ҡараһаң да, хәл ҡыуанырлыҡ түгел. Халыҡҡа коронавирустан һаҡланыу өсөн ниҙәр кәңәш итер инегеҙ?

- Мин һәр кешегә иң тәүҙә вакцина яһатырға кәңәш итәм. Шикләнһәгеҙ, тулы медицина тикшереүе үтегеҙ, ауырыуҙар тураһындағы статистик мәғлүмәттәргә иғтибар итегеҙ һәм вакцина яһатҡандарҙың коронавирус менән бик һирәк ауырыуын, йоҡторған хәлдә, еңел кисереүенә иғтибар бирегеҙ. Һаҡланыу сараларын онотмағыҙ. Ул кеше күпләп йыйылған урында битлек кейеү һәм дистанция тотоу. Халыҡ медицинаһын да инҡар итмәгеҙ. Төрлө үләндәр күкрәп үҫкән мәл. Рәхәтләнеп үлән сәйҙәре эсегеҙ, үҙебеҙҙә үҫкән емеш-еләктәрҙе ашағыҙ, профилактика өсөн лимонлы, имбирлы сәй, һарымһаҡ һыуын әленән – әле ҡулланығыҙ. Һау-сәләмәт тормош алып барыу, сынығыу, иммунитетты күтәреү өсөн төрлө витаминдар тураһында ла онотмағыҙ.

Эш аҙағына табан былай ҙа арыған табипҡа фәһемле һөйләшеү, файҙалы кәңәштәре өсөн рәхмәт әйтеп, хушлашам. Оҙатырға сыҡҡан шәфҡәт туташы Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы: “Халыҡ үҙе лә һаҡланыу сараларын үтәй башлаһа – бирешмәҫбеҙ. Әлегә ауырыуҙарҙың һаны тик арта барыуы күҙәтелһә лә, был сирҙе лә еңәсәгебеҙгә ышанып эшләйбеҙ”,-тине йылмайып. Аҡ халатлылар шулай һүҙ менән дә дауалап, кәйефте күтәреп ебәрер көскә эйә шул.

Эйе, үҙ эшенең оҫталары, халыҡ һаулығы һағында торған ошондай юғары рухлы медицина хеҙмәткәрҙәре булғанда күңелдә яҡты өмөт уттары ҡабына. Иҫке Сибай ауыл дауаханаһы коллективы, донъялағы меңәрләгән табиптар кеүек, коронавирус менән көрәштең алдынғы һыҙығында һынатмай, алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Ҡотҡарылған һәм ҡотҡарыласаҡ ғүмерҙәр өсөн уларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, аҡ халатлыларҙың үҙҙәрен дә тажлы вирус урап үтеүен теләйбеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

"Вакцина яһатҡандарҙың үпкәһе зарарланманы..."
"Вакцина яһатҡандарҙың үпкәһе зарарланманы..."
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: