Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

1 июндән республикал «Йыл Һалым түләүсеһе» республика конкурсы старт ала

Заявканы һәм документтарҙы 2023 йылдың 1 июненән 31 июленә тиклем бирергә мөмкин

1 июндән республикал «Йыл Һалым түләүсеһе» республика конкурсы старт ала
1 июндән республикал «Йыл Һалым түләүсеһе» республика конкурсы старт ала

Конкурста ҙур ойошмалар, урта эшҡыуарлыҡ субъекттары (шәхси эшҡыуарҙарҙан тыш), бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары (шәхси эшҡыуарҙарҙан тыш), шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. 

Башҡортостандың финанс министры Лира Игтисамова әйтеүенсә, конкурсанттарҙы баһалаған саҡта түләнгән һалым суммаһының күләме генә ҡаралмай. Уның төп маҡсаты: бюджетҡа түләнгән һалымдарҙың артыуын, төбәк граждандарының мәшғүллеген, предприятиеларҙа эш хаҡы фонды үҫешен тәьмин иткән һалым түләүселәрҙе дәртләндереү.

Конкурс еңеүсеһе исемен артабан документтарҙа һәм реклама материалдарында ҡулланырға мөмкин.

Конкурс ун номинацияла үтәсәк. Бында ауыл һәм урман хужалығы, һунар, балыҡ тотоу һәм үрсетеү, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусы, эшкәртеүсе производстволар, сауҙа һәм башҡалар билдәләнәсәк. 

Дәғүәселәр 2023 йылдың 31 июленә тиклем Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт, 4-се ҡат, 400а бүлмә адресы буйынса (ҡағыҙ форматында) «Мәғлүмәт-аналитика үҙәге»нә һәм [email protected] электрон адресына ғариза ебәрә ала.

Документтар тапшырыу һәм «Йыл Һалым түләүсеһе» конкурсын үткәреү тәртибе мәсьәләләре буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте 7 (347) 218-15-55 телефон һандары һәм https://minfin.bashkortostan.ru/documents/active/240470/ һылтанмаһы буйынса алырға була. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: